Яңы ойошманың маҡсаты – тел уҡытыусыларын туплау.Ошо көндәрҙә республиканың туған тел уҡытыусылары ойоштороу конференцияһына йыйылып, Башҡортостанда Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Яңы берләшмәнең төп йүнәлештәре, бурыстары һәм маҡсаттары тураһында уның рәйесе, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил САНЪЯРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Фәнзил Бүләк улы, ассоциацияны төҙөү идеяһы нисек тыуҙы? Ул тел уҡытыусыларының үҙҙәренең теләгенә ярашлы барлыҡҡа килдеме, әллә был заман талабымы?
– Бында уҡытыусыларҙың теләге лә, көн талабы ла мөһим әһәмиәткә эйә. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта тотош Ер шарында, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә телдәргә бәйле хәл-торош ҡатмарлы ғына. Милли мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр, туған телде уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәһенең һайлауы нигеҙендә, йәғни ирекле өйрәнеүҙе күҙаллаған алым, йәмғиәттә, ғаиләлә әсә телендә аралашыуҙың кәмей барыуы, әлбиттә, беҙҙе борсомай ҡалмай.
Ошондай шарттарҙа уҡытыусыларға ла эшләү еңелдән түгел. Әлеге тиҙ үҙгәреүсән мәғлүмәт заманында уларҙың күбеһе теге йәки был мәсьәләлә ниндәй сығанаҡҡа таянырға белмәй юғалып ҡала. Мәҫәлән, “Йыл уҡытыусыһы” кеүек конкурстарҙа һөнәренең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөп, иҫ киткес оҫталыҡҡа эйә педагогтар осрай, әммә уларҙың эш тәжрибәһе тейешенсә таратылмай. Ә бит ҡайһы берәүҙәрҙең уҡытыу алымдары, үҙенсәлекле методикаһы күп коллегалары өсөн файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла булыр ине.
Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһын төҙөгәндә беҙ тәү сиратта бына шул маҡсаттарҙы – мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙе, тәжрибә уртаҡлашыуҙы, бер-беребеҙҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүҙе – күҙ уңында тоттоҡ. Әлбиттә, башҡорт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү ҙә мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе булып һанала, был йүнәлештә дәүләт органдарына, беренсе сиратта республиканың Мәғариф министрлығына, йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ. Шулай уҡ уҡытыусыларҙы социаль йәһәттән яҡлауҙы, хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙе лә күҙ уңында тотасаҡбыҙ. Дөйөмләштереп әйткәндә, тел уҡытыусыларының һөнәри берләшмәһен төҙөү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине.
– Ассоциацияның ойоштороусылары кем? Уның эшмәкәрлек нигеҙҙәре менән дә таныштырһағыҙ ине.
– Яңы берләшмәнең ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы. Юғары органы булып съезд һанала, ул өс йылға бер тапҡыр үткәреләсәк.
Ассоциация үҙ сафына мәктәптәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәр – татар, сыуаш, удмурт һәм башҡа, рус теле һәм әҙәбиәте, юғары уҡыу йорттарының, колледждарҙың башҡорт теле уҡытыусыларын, республикала йәшәгән халыҡтарҙың телдәре өйрәнелгән мәғариф ойошмалары етәкселәрен, мәктәпкәсә милли мәғариф учреждениелары педагогтарын берләштерә. Ағза булып инеү ирекле, йәғни уны һәр кем үҙе хәл итә. Һөнәри берләшмә булараҡ, иғәнә йыйыу ҡаралған. Төп ярҙамсыларым – рәйестәштәр итеп Ишембай ҡалаһындағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты директоры урынбаҫары Рифат Әйүпов һәм Өфөнөң 65-се татар гимназияһы директоры Анфиса Ғәлимйәнова һайланды.
– Бөгөн республика мәктәптәрендә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе нисек тора? Былтыр уны ирекле нигеҙҙә, йәғни ата-әсәнең ғаризаһына ярашлы, уҡытыуға ҡағылышлы байтаҡ ҡына аңлашылмаусанлыҡ булып алғайны. Әле был мәсьәлә тулыһынса хәл ителде тип әйтеп буламы?
– Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙең бөгөн беҙҙә генә түгел, тотош донъя күләмендә көнүҙәк мәсьәлә булыуын әйтеп үткәйнем инде. Ил етәкселегенең был тәңгәлдәге уйланылған етди сәйәсәте яҡшыға өмөтләнергә нигеҙ булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығышында: “Беҙҙең өсөн рус теле – милләт-ара аралашыу теле, уны бер нимә менән дә алмаштырып булмай. Ул – күп милләтле илебеҙҙең тәбиғи нигеҙе. Уны һәр кем белергә тейеш. Рәсәй халыҡтарының телдәре – шулай уҡ илебеҙҙә йәшәгән милләттәрҙең үҙенсәлекле мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Уларҙы өйрәнеү – Конституция тарафынан гарантияланған ирекле хоҡуҡ”, – тигәйне.
Эйе, былтырғы уҡыу йылындағы туған телдәрҙе өйрәтеүгә бәйле хәлдәр беҙҙе хәүефкә һалғайны. Әммә шул уҡ ваҡытта интернет селтәрендәге, ҡайһы бер баҫма матбуғаттағы мәғлүмәттәрҙең нигеҙһеҙ булыуын, йәмәғәтселек, ата-әсә, уҡытыусылар араһында ҡотҡо таратыуға йүнәлтелгәнен аңлай инек. Ысынбарлыҡта мәсьәләгә күпселек аңлап ҡараны, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә әллә ни ҙур юғалтыуҙарға юл ҡуйылманы. Ата-әсәнең ғаризаһы нигеҙендә уҡытыуҙы тулыһынса туған телдә алып барған белем усаҡтарының һаны бер аҙ кәмене: 2016/17 уҡыу йылында улар 639 булһа, 2017/18-ҙә – 477, йәғни бығаса барлыҡ уҡыусыларҙың 10,5 проценты башҡа фәндәрҙе туған телендә өйрәнһә, былтырғы уҡыу йылында был күрһәткес – 8,3 процент.
Шул уҡ ваҡытта туған телдең үҙен өйрәнгән уҡыусылар һаны 28,7 процентҡа артып, 87 процент тәшкил итте. Быға Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы туған телдәрҙе уҡытыуҙың мотлаҡҡа әйләнеүе лә йоғонто яһамай ҡалманы. Ә инде башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мәктәп уҡыусыларының 68,6 проценты өйрәнә. 27600 самаһы бала, ата-әсәһенең ғаризаһы нигеҙендә, уның урынына тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге курсты һайланы.
Бөгөн республика мәктәптәрендә 6563 туған тел уҡытыусыһы иҫәпләнә, уларҙың 2601-е – башҡорт, 623-ө – татар, 3129-ы рус һәм башҡа милли телдәрҙе өйрәтә. Белем усаҡтарында уҡытыу алты телдә алып барыла, туған тел булараҡ 14 тел өйрәнелә.
– Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуға бәйле хәл-торош менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Башҡорт теле Рәсәйҙең биш төбәгендә – Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләрендә һәм Татарстанда өйрәнелә.
Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең дә туған телде өйрәнеү мәсьәләһенә аңлы ҡарашы, балаларын милли рухта тәрбиәләргә ынтылышы ҡыуандыра. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә 2016/17 уҡыу йылында 29 белем усағында башҡорт теле уҡытылһа, уларҙың барыһы ла, ата-әсәнең ғаризаһына ярашлы, артабан да был эшмәкәрлекте һаҡлап ҡала алды. Ырымбурҙа – ун бер, Ҡурғанда – дүрт, Һамарҙа бер мәктәптә башҡорт телен өйрәнәләр. 2016/17 уҡыу йылында Татарстандың бер мәғариф учреждениеһында ла башҡорт теле уҡытылманы, ә киләһе йылына өс белем усағында телебеҙ өйрәнелә башланы. Һөйөнөслө күренеш бит был!
– Республикабыҙҙа уҡытыусыларҙы туған телдәрҙе уҡытыуға, ә балаларҙы өйрәнеүгә дәртләндергән, ҡыҙыҡһыныу уятҡан бихисап сара уҙғарыла, программалар булдырылған...
– Был, ысынлап та, шулай. Башҡорт, рус, татар телдәре буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары уҙғарыу матур традицияға әйләнде. Быйыл августа төбәк Хөкүмәте Президиумы ултырышында “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы раҫланды. Был тәңгәлдәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар бүленә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. Шуға күрә телде һаҡлау йәһәтенән эш алып барылмай тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәй, бары тик булған мөмкинлектәрҙән файҙалана белергә генә кәрәк.
Уҡыусыларға килгәндә инде, улар хаҡында ла, тел өйрәнергә теләмәйҙәр, тип әйтергә нигеҙ юҡ. Былтыр 4987 бала “Туған тел”, “Туған әҙәбиәт” (башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва телдәре) буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырҙы. XI класты тамамлаған 43 уҡыусы башҡорт теле буйынса Берҙәм төбәк имтиханын һайланы, уртаса балл 63,9 булды. Был һөҙөмтә насар түгел.
Балалар туған телдәр буйынса конкурс һәм олимпиадаларҙа теләп ҡатнаша. Быйылғы республика олимпиадаһында 427 телһөйәр уҡыусы белемен һынаны.
Быйыл март айында Ҡазанда мәктәп уҡыусылары араһында Рәсәй республикаларының дәүләт телдәре буйынса II Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте. Унда, ил төбәктәренән тыш, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстандан да балалар ҡатнашты. Башҡортостан намыҫын башҡорт дәүләт теле буйынса республика олимпиадаһында еңгән биш уҡыусы яҡланы. Өфөнөң 111-се гимназияһынан XI класс уҡыусыһы Влада Яҡупова тиҫтерҙәре араһында иң яҡшыһы тип табылды. Октябрьский ҡалаһынан, Баҡалы һәм Ейәнсура райондарынан барған балалар ҙа тәүге урындарҙы яулап ҡайтты.
Ғөмүмән, республикабыҙҙа дәүләт теле булараҡ башҡорт һәм рус телдәрен, башҡа халыҡтарҙың туған телдәрен уҡытыу, уларҙы һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарыла, был тәңгәлдә бай тәжрибә тупланған.
– Рус теле тураһында һүҙ сыҡҡас, ошо мәсьәләгә лә туҡталайыҡ әле. Бөгөн ул, дәүләт һәм туған тел булараҡ, башҡалар кеүек үк яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Әлбиттә. Хәҙерге көндә рус теле төрлө сит ил һүҙҙәре, замана йәштәренең телмәрендәге аңлайышһыҙ атамалар менән “ҡыйлана” бара. Бөйөк Пушкин, Толстойҙар мираҫын, тел байлығын, рус теленең сафлығын, камиллығын һаҡлау көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Шуға күрә беҙ Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһын төҙөгәндә йәш быуынды тел нескәлектәренә өйрәткән барлыҡ мөғәллимдәрҙе, етәкселәрҙе берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Бергәнең эше берәгәйле, тиҙәр бит.
Киләсәктә беҙҙең ассоциация туған тел уҡытыусылары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына, мәғлүмәти, социаль, хоҡуҡи ярҙам үҙәгенә әйләнер, уларҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итер, дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса киң даирәлә алып барылған маҡсатлы эштәргә тос өлөш индерер тип ышанам. Әммә был бурыстарҙы берекмәнең етәкселеге генә атҡарасаҡ тип ҡараһаҡ, төптө дөрөҫ булмаҫ, беҙ – йәмәғәт ойошмаһы. Эштең һөҙөмтәлелеге, ысынлап та, бергәнең – берәгәйлегендә.
– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Яңы башланғысығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:
– Беҙҙең өсөн рус теле – милләт-ара аралашыу теле, уны бер нимә менән дә алмаштырып булмай. Ул – күп милләтле илебеҙҙең тәбиғи нигеҙе. Уны һәр кем белергә тейеш. Рәсәй халыҡтарының телдәре – шулай уҡ илебеҙҙә йәшәгән милләттәрҙең үҙенсәлекле мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Уларҙы өйрәнеү – Конституция тарафынан гарантияланған ирекле хоҡуҡ.