Ике көнгә йылы ҡайтты26.10.2018
Башгидрометүҙәк синоптиктары белдереүенсә, республикала бер нисә көн йылы торасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһының +17 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә.

Көндәр аяҙлы-болотло буласаҡ, урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 7-12 метр, көсәйгәндә 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә 1-6, көндөҙ 11-17 градус йылы буласаҡ. Төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал.


Вернуться назад