Данлы нәҫелгә тап төшөрмәй16.05.2012
Данлы нәҫелгә тап төшөрмәйАйытҡоловтар — Түңгәүер ырыуы Юлдыбай ауылы аҫаба башҡорттарынан, данлы нәҫел. Айытҡол тармағы 1730 йылда тыуған. Яҡындағы быуындан Зәйнулла Айытҡолов, мәҫәлән, юридик фәндәр кандидаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы, оҙаҡ йылдар яуаплы вазифалар башҡарған. Сәйфулла Иглин районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе йөгөн тарта. Кинйәләре Сәлимйән, юрист булараҡ, Сибай һәм Өфө ҡалаларында яуаплы вазифаларҙа эшләне. Салауат Юлаев премияһы лауреаты, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡоловтың исеме сәнғәт донъяһында киң билдәле.
Бөгөн Хөснөтдин Айытҡолов тураһында бәйән итмәксемен. Балалыҡ һәм үҫмер йылдарын ҡәһәр һуғыш урлаған быуындан. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, күпте кисереп, сынығып үҫә. Ишле ғаилә мир күргәндең барыһын да күрә. Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй тигәндәй, ғаилә башлығының “ҡара ҡағыҙы” килеп күп тә үтмәй, күҙ төбәп кенә торған, хатта колхозда ер һөрөү, тырматыуҙа файҙаланылған берҙән-бер һыйырҙарын түләй алмаған һалымдары өсөн алып китәләр. Ҡайғы-хәсрәтте күмәкләшеп уртаҡлашырға күнеккән ауыл халҡы бер-береһен йыуатыуҙан башҡа сара күрә алмаған дәүерҙә уҡытыусы Хәлил Бүләков был турала Мәскәүгә яҙып ебәрә һәм... бер ай үтеүгә СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе М.И. Калининдың ҡултамғаһы ҡуйылған: “Налоги списать. Корову вернуть, виновных наказать! Основание: похоронное извещение Аиткулова”, тигән хөкүмәт телеграммаһы килә. (Ниндәй ауыр мәлдә лә етәкселектең халыҡ нужаһын ыңғай, тиҙ хәл итеүенең бөгөнгө чиновниктарға бер һабағы!) Әммә урындағы хужалар, “дүрт тояҡҡа — дүрт тояҡ” тип, Айытҡоловтарға бер бәләкәй быҙау бирә. Шулай ҙа был оло шатлыҡ киләсәккә өмөт уята.
— Һуғыш ваҡытында ла, унан һуңғы ауыр йылдарҙа ла Аллаһы Тәғәләнең бәндәләренә ярҙамы бөткөһөҙ: тәбиғәте еләк-емеш, башҡа ризыҡҡа, Һаҡмары балыҡҡа бай булды, — тип хәтерләй бөгөн туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай башлаған ветеран.
Сибек кәүҙәле булыуына ҡарамаҫтан, әрһеҙлеге арҡаһында уҡыу менән бергә колхоз эшендә лә ҡатнаша. VII класты “4” һәм “5” билдәләренә тамамлауға өлгәшә, һуңынан Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа юллана. Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Бәхти Ғайсин, Илшат Йомағолов, Рамазан Йәнбәков, Диҡҡәт Бураҡаевтар менән бергә йәшәүҙәрен, Рәмиҙең көн дә үҙҙәрен физик күнекмәгә алып сығыуын, иншаларын шиғри юлдар менән яҙыуын ғорурлыҡ менән тәфсирләп һөйләргә ярата ул.
1951 йылда һәйбәт билдәләр ҡуйылған өлгөргәнлек аттестаты алған егет, Өфө нефть институтында имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент тормошона сума. Биш йылдан юғары белемле нефтсе Айытҡолов үҙләштергән һөнәре буйынса “Башвостокнефтеразведка” тресы ҡарамағына эшкә йүнәлтелә. Трест Ҡалтасы быраулау контораһына, ә улары Арлан разведка бүлексәһенә беркетә.
Хөснөтдин Айытҡолов эшләгән Шәрифйән Сахановтың 3-сө скважинаһы беренселәрҙән булып нефть биреүгә өлгәшә. Был үҙ нәүбәтендә яңы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүгә, бригадалар һанын арттырыуға һәм табышты күбәйтеүгә булышлыҡ итә. Эшенә яуаплы ҡараған һәм еренә еткереп башҡарған Хөснөтдин Зәйнетдин улын бүлексәгә инженер итеп күсерәләр. Артабан ул Краснохолм быраулау контораһында план-иҡтисад бүлеге етәксеһе, баш экономист вазифаларын башҡара. 1970 йылда, эреләтеү һөҙөмтәһендә, контора урынында идаралыҡ ойошторола. Хөснөтдин ағайҙы иҡтисад буйынса етәксе урынбаҫары итеп үрләтәләр. Ошо вазифала сирек быуат буйы намыҫлы эшләй.
Нефтсе-иҡтисадсы Хөснөтдин Айытҡолов оҙайлы эшмәкәрлеге өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә, Рәсәйҙең атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.


Вернуться назад