Башҡортостанда грипп эпидемияһы, ғәҙәттә, ғинуар – март айҙарында киң тарала, был миҙгелдә иһә уның иң юғары нөктәһе 2019 йылдың февраль – мартында көтөлә.
Был хаҡта Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү буйынса бүлек етәксеһе Зөһрә Шаһиева белдергән.
Гриптың штамдарына килгәндә, быйыл А1 (сусҡа киҙеүе) вирусы үҙгәрмәгән. Уның төп ҡурҡынысы – тиҙ үҫешеүсе, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хәүефле булған ҡатмарлы пневмонияға алып килеүе бар. Унан тыш быйылғы миҙгелдә А2 (Сингапур) һәм В2 (Колорадо) яңы штамдары булыуы көтөлә.
Был штамдарҙың барыһы ла вакцина составына индерелгән, дарыуханала ул 230 һум самаһы тора. Әйткәндәй, былтырғы вакциналар быйылғы миҙгел өсөн ярамай, күҙаллауҙарға ярашлы, һәр миҙгел өсөн яңыһы булдырыла. Тағы бер үҙенсәлек: быйыл халыҡҡа тик Рәсәйҙә етештерелгән вакциналарҙы ҡаҙайҙар. Сифаты һәм һөҙөмтәлелеге буйынса ул сит ил аналогтарынан һис тә кәм түгел.