Ошо көндәрҙә Башҡортостандың айырым райондарында томан, республиканың көнсығышында ҡырау төшөүе күҙаллана.
Көндәр аяҙлы-болотло, ел көньяҡтан буласаҡ. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 0 – 5, көндөҙ иһә 7—12 градус йылы булыуы көтөлә. Трассаларҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе мөмкин. Автомобилселәргә иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә. Томанға ҡаршы фараларҙы ҡабыҙырға онотмағыҙ.