Дәүләт бурысына ярашлы, Бәләбәй урмансылығының Йәрмәкәй участкаһында йыйыштырыу эштәре башланды. Ул 35,5 гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Бәләбәй урман хужалығы участканы тикшергәндән һуң ошондай ҡарар ҡабул итте. Был биләмәлә ҡороған, һынған ағастар бик күп. Ә улар — урманда янғын сығыуҙың төп сәбәпсеһе.
Йәрмәкәй районына эш сәфәре барышында республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ошо мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлткәйне. Бәләбәй урмансылығы бурысты үтәү өсөн өс муниципалитеттан ун урмансылыҡты эшкә йәлеп итте. Ҡороған ағастар махсус ҡағиҙәләр буйынса йыйыла: өс метрҙан артмаған оҙонлоҡта киҫеп өйөлә һәм сереүгә ҡалдырыла.