Ярыҡ ялғаш янындаЕнәйәтсе ҡатын ҡорбан эҙләп бер подъезды “ҡапшап” сыға. Ләкин кемдер өйҙә булмай, кемдер ишек асмай, кемдер әрләп сығара. Инде төңөлдөм тигәндә, 84 йәшлек инәй хәйләкәр ҡатынға ишек аса.
Был юлы бур үҙен “страховкалау агенты” тип таныштыра. Инәй һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡатындың матурлығы һәм яғымлы тауышы менән арбауын һөйләй. “Агент” инәйгә 5 мең һумлыҡ аҡсаларҙың һәр ҡайһыһын 500 һумға страховкаларға тәҡдим итә. Йәнәһе лә, ай һайын уға һәр береһенән 500 һум аҡса килеп торасаҡ. Мул аҡсаға өмөт итеп, хужабикә хәйләкәр ҡатынға 5 меңлектәренең һандарын яҙып алырға бирә. Яҙып-яҙып “арығас”, ҡатын һыу һорай. Инәй аш бүлмәһенә сығып һыу алып килә. “Агент” уны йәһәт кенә эсеп ҡуя ла рәхмәт әйтеп сығып китә. Бур ғәйеп булғас ҡына ул 115 мең һум аҡсаһынан елдәр иҫкәнен аңлай. Шулай итеп, ярыҡ ялғаш янында ҡала ул. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләй.
Тиҙ байырға теләгәндәрБаш ҡала банктарының береһендә полиция енәйәтсе төркөмдө ҡулға ала: улар 25 йәшлек Өфө егетен банкка 250 мең һумлыҡ кредит алырға мәжбүр итеп килтергән.
Был ваҡиға көҙ башланған. Егеттәр араһында ыҙғыш сыға һәм “үсеккән” егеттәр “матди зыян” өсөн 25 мең һум таптыра башлай. Егет, әлбиттә, сәбәпһеҙгә аҡса түләгеһе килмәй, баш тарта. Шуға енәйәтселәрҙең ҡулына эләкмәҫкә тырышып, йәшәү урынын алмаштыра, телефон номерын үҙгәртә. Шулай ҙа мартта енәйәтселәр егетте тап итә һәм, Дим биҫтәһендәге зыяратҡа алып килеп, уны ныҡ ҡына туҡмай, травматик пистолет менән янай. Көҙҙән “түләнмәгән бурыс” 250 мең һумға баһалана. Ҡаза күреүсе шунда ғына полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Енәйәтселәрҙе ҡулға алалар. Әле тикшереү эше бара.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.