Собханғолда — уңайлы мөхит24.10.2018
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Туймазы районының Собханғол ауылындағы Ленин урамында күп фатирлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелә.

Әле бында автомобиль туҡталҡаһы киңәйтелгән, асфальт түшәлгән. Ҡалала шулай уҡ ошо программаға ингән Гагарин урамындағы 5-се һәм 9-сы йорт биләмәләре капиталь ремонтланасаҡ. Хәҙер был ихаталарға асфальт түшәлә.

Собханғолдар Хәтер скверын да төҙөкләндерә. Бында тротуар плитәһе түшәлә.


Вернуться назад