Ошо көндәрҙә Яңауыл районы етәкселеге тимер юл аша йәйәүлеләр өсөн күпер һалыу мәсьәләһе буйынса “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе.
1957 йылда төҙөлгән күпер иҫкергән, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Яңыһы унан алыҫ түгел ерҙә һалынасаҡ.
Проектлаусылар әйтеүенсә, әле күперҙең бер нисә варианты эшләнгән, уны заказсыға тәҡдим итәсәктәр.