Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рафаэль Яппаров Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, төбәктә 1020 берәмек диагностика медицина ҡорамалының 87 проценты иҫкергән.
Санитария автотранспортында был күрһәткес 61 процент тәшкил итә. 470 автомобилдең 286-һын яңыртырға кәрәк. Министр вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, быйыл 172 ашығыс ярҙам машинаһын алмаштырыу күҙаллана. Уларҙы һатып алыуға 482550 миллион һум аҡса бүленгән.