Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы аша аҡҡан йылғаларҙа борон, әле Ҡыҙыл китапҡа ингән, һирәк осрай торған балыҡтар күп булған. Мәҫәлән, йылға бағыры (форель). С.Т. Аксаков, заманында, Ырымбур губернияһында, йылғаларҙың үрге ағымында эре бағырҙар осрай, тип яҙған: “Үҙем шәхсән ете фунт (3 килограмм) ауырлыҡта сыбарҡайҙы тотауҙарын күрҙем”, – тигән ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, XX быуат урталарынан был балыҡ ҡурсаулыҡ йылғаларында һирәк осрағандар рәтенә инә, артабан бөтөнләй юҡҡа сыға. 55 йыл үткәндән һуң уның Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында тотолоуы ниндәй шатлыҡ хисе тыуҙырғанын әйтеп тороу кәрәкмәйҙер...
Йылға бағырын һуңғы тапҡыр ҡурсаулыҡта алыҫ 1963 йылда ғалим-зоолог Г.В. Парамонов тота һәм быны теркәп ҡуя. Бағырҙы ул Ҡараһыу, Тимерҙәк, Бәләкәй Ҡаҙмаш йылғаларында осрата. Зоолог С.В. Кириков һәм бүтән ғалимдар уны 60 йылдарҙан һуң да тота, тик ҡурсаулыҡтан ситтәге йылғаларҙа. Йәғни, бағыр балығы Башҡорт ҡурсаулығында 1963 йылдан алып бүтән күренмәй.
Ошо көндәрҙә ҡурсаулыҡтың ғилми бүлеге хеҙмәткәрҙәре Нур Яныбаев менән Сергей Монахов сираттағы бер йылғаны тикшерә һәм... ҡулға килеп эләккән балыҡтар араһында бығаса осрамағанын күреп хайран ҡала.
“Беҙ башта уның ниндәй балыҡ икәнен аңлап та етмәнек, – ти улар. – Бик ҙур ҙа түгел өҫтәүенә. Ғилми бүлеккә алып ҡайтып, ентекләберәк тикшергәс, ысынлап та, уның йылға бағыры булыуын аңланыҡ. Шунда ниндәй асыш эшләгәнебеҙгә лә төшөндөк. Тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ: 55 йыл үткәс, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында йәнә йылға бағыры барлыҡҡа килде!”
Ысынлап та, был – ҙур шатлыҡ! Юҡҡа сыҡҡан тип һаналған балыҡ төрө йәнә кире тергеҙелһен әле! Өҫтәүенә ярты быуат ваҡыт үткәндән һуң!
Тәбиғәтебеҙ тиҙ яралана, бик нескә шул. Бөгөнгө тарих – быға аныҡ миҫал. Ярай ҙа мөғжизә тормошҡа ашты! Ә бит бының булмауы ла ихтимал ине. Шуға ла, нисек кенә тапалған һымаҡ ишетелмәһә лә, тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш – беҙҙең төп бурыс!