“Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан Күрпәс бей һәйкәле эргәһендә “Башҡортостан халыҡтары юлбашсылары” аллеяһына башланғыс һалып, ағас ултыртыу акцияһы үтте.
Күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеп, тарих төпкөлөнән урап ҡайтҡан ауаздай яңғыраған ҡурай моңонан башланды күркәм тантана. Уны асыу өсөн һүҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатовҡа бирелде. Етәксе барыһын да ихлас тәбрикләп, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был акцияның әһәмиәте хаҡында һөйләне, оҙаҡламай аллеялағы ағастарға күренекле кешеләрҙең исемдәре яҙылған алтаҡталар ҡуйыласағын белдерҙе.
Артабан акцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәр иҫтәлегенә 100 шыршы ағасы ултыртты.