Тылсымлы өкөлө донъя24.10.2018

Өфөлә мауыҡтырғыс ял майҙансығы эшләй.

Юҡ-юҡта олораҡтарҙан “Ярай, кафеһы аңлашыла, антикафеһы нимә була һуң?” тигәнерәк һорау ишетелеп ҡуя, сөнки ошо форматта эшләгән биналар күп хәҙер. Формат бер, әммә һәр антикафеның үҙенә генә хас стиле, клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн үҙенсәлекле юлы бар. Беҙ һүҙ алып барасаҡ “Magic Owl” (беҙҙеңсә – тылсымлы өкө) антикафеһы ла ғәҙәти түгел, унда... ысын өкөләр йәшәй!

– Был форматтағы антикафены Өфөлә генә түгел, бөтә Башҡортос­тан­да тәү башлап беҙ астыҡ, – ти Элина менән Рөстәм Әхмәтғәлиевтәр. Антикафе тигәс, белмәгәндәр өсөн аңлатып китеү зарур: ял сәғәттәрен йылы, уңайлы мөхиттә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә теләгән һәр кем сәғәтләп түләй ҙә антикафе тәҡ­дим иткән уңайлыҡтарҙан файҙа­лана: өҫтәл уйындары, сәй, ҡәһүә, китаптар, тематик кисәләр һәм башҡалар.

“Тылсымлы өкө”гә килеп инеү менән тәүҙә шуныһына иғтибар итәһең: бында барыһы ла өкөләр менән бәйле. Статуялар, йомшаҡ уйынсыҡтар, сувенир­ҙар, китаптар, диуарҙағы картиналар, кескәйҙәргә тәҡдим ителгән буяу өсөн һүрәттәр... Төн һаҡсылары хатта сәй көрөшкәләре менән таҫтамалдарҙа ла. Ысын өкөләр ҡунаҡтарҙы айырым бүлмәләрҙә көтә, теләгән һәр кем улар менән фотоға төшә ала, ҡоштарҙы һыйпай, антикафе хужалары үҙҙәре әйтеүенсә, “өкөтерапия” үтә. Улар әлеге мәлдә дүртәү: Софи исемле ҙур филин, Афина исемле поляр, Бони һәм Клайд исемле ғәҙәти сипуха төрөнә ҡараған өкөләр. Улар барыһы ла Мәскәүҙәге зоопарктан килтерелгән. Шуныһын билдәләү зарур: ҡайһы бер контакт зоопарктарҙағы кеүек, ҡоштар бында йонсоп, зарығып тормай, уларға йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

Тап ошондай тематикала антикафе асыу уйы тәү башлап Элинала ярала. Уны ире Рөстәм дә хуплай, һәм йәш ғаилә үҙ эшен башлап та ебәрә. Өкөләр ябай ҡоштарҙан түгел, был ирек һөйөүсән, ғорур йән эйәләрен ҡарау таһыллыҡ һәм махсус белем талап итә.

– Беҙгә интернет селтәрендәге өйрә­теүсе видеояҙмалар, махсус әҙәбиәт ярҙам итте, – ти Әхмәтғәлиевтәр.

“Тылсымлы өкө” антикафеһы билә­мәһендә даими рәүештә төрлө оҫталыҡ, “Midpoint” киномәктәбе студенттары өсөн актерлыҡ дәрестәре, шиғри, музыкаль кисәләр уҙа.

Өкө – зирәклек, аҡыл символы. Антикафеның эшмәкәрлеге лә шәхесте ижади, интеллектуаль яҡтан үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала. Алкоголь, тәмәке кеүек насар ғәҙәттәр – был биләмәлә табу. Антикафе хужалары киләсәктә балалар өсөн курстар асырға йыйына, кескәйҙәр антикафела файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла шөғөлдәр табасаҡ.

Алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр кеше­ләрҙең, ғәҙәттә, яратҡан, хыял иткән шөғөлдәре уларға килем килтерәсәк хеҙмәткә әүерелеүсән. Бер-береһенең һәр башланғысын хуплап, ҡеүәтләп торған йәш Әхмәтғәлиевтәр ғаиләһе – быға асыҡ миҫал.


Вернуться назад