Һәр яҡлап та һоҡландырғыс, гүзәл кешеләр була. Хоҙай уларға матурлыҡты ла, аҡылды ла, күңел йомартлығын да йәлләмәй биргән. Ундайҙарҙың әйткән тос һүҙҙәре күңелдәрҙе елкендерә, рухи бейеклектәргә әйҙәй. Бөгөнгө яҙмам шундай кешеләрҙең береһе — Әлфиә Хәмзина хаҡында булыр.
Әлфиә Ғәлиәскәр ҡыҙы Ғафури районында Еҙем йылғаһы менән уратып алынған хозур тәбиғәтле Юлыҡ ауылында донъяға килә. Мәктәпте "5"-ле билдәләренә тамамлаған ҡыҙға Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филология факультетына уҡырға инеүе ауыр булмай. Бында уҡытыусы һөнәренең бар нескәлектәрен үҙләштереп, 1987 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм күрше Ҡауарҙы ауылы егете Илгиз Хәкимйән улы менән тормош юлын бәйләп, ошо ауылдағы мәктәпкә эшкә урынлаша. Быйыл Хәмзиндарҙың бергә йәшәй башлауҙарына — 25 йыл. Күркәм донъяларына йәм өҫтәп, Диана исемле ҡыҙҙары үҫеп килә.
Уҡытыусының бөгөнгө йәмғиәттә роле ябай түгел: ул — рухи көстө нығытыусы ла, балаларға ватансылыҡ, эстетик зауыҡ, гражданлыҡ, хеҙмәт тәрбиәһе биреүсе лә. Шуға ла уҡытыусы айыҡ аҡылға, ихтыяр көсөнә, түҙемлелеккә эйә булырға тейеш. Әлфиә апайҙа был сифаттарҙың барыһы ла өҫтөнлөк итә. Тәжрибәле һүҙ оҫтаһының дәрестәре бик мауыҡтырғыс. Ҙур белемгә эйә уҡытыусы балаларға туған телдең үҙенсәлектәрен төрлө ҡыҙыҡлы алымдар аша еткерә. Асыҡ дәрес, дәрес-әңгәмә, дәрес-семинар, дәрес-сәйәхәт — барыһы ла Әлфиә апайҙың эш планында бар. Шулай уҡ уҡытыусы балаларҙың реферат, доклад яҙыуҙарына ҙур иғтибар бүлә. Ошо юҫыҡта әҙерләнгән уҡыусылар районда, шулай уҡ республикабыҙҙа төрлө конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Һәр балала киләсәк быуын кешеһен күреп, үҙеңә, ғөмүмән, бөтә илгә алмашсылар тәрбиәләү кеүек эштең һөҙөмтәләрен үҙ күҙҙәрең менән күреүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр, минеңсә. Ошо йүнәлештә ныҡлы эшләгән Әлфиә Ғәлиәскәр ҡыҙының күп уҡыусылары үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыларының эҙе буйлап филология факультетын һайлаған. Хәҙер инде Әлфиә апайҙың уҡыусылары араһында киң билдәлелек яулағандар бихисап. Мәҫәлән, Фәнилә Салауатова — БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, Миңлегөл Нәзирова аспирантураны тамамлаған, хәҙерге көндә "Аҡбуҙат" республика балалар журналының бүлек мөхәррире, Әлфиә Аҡмырҙина — Башҡортостан юлдаш телевидениеһында мөхәррир... Исемлекте тағы әллә күпме дауам итергә булыр ине. Әммә эш һанда түгел. Иң мөһиме, уҡытыусының нисәмә йыл буйы тырышып эшләүе бушҡа китмәне — уҡыусыларҙың аңында ҙур, алтын һарайҙың төп нигеҙе кеүек Әлфиә апай балҡый.
Әлфиә Ғәлиәскәр ҡыҙы, 2002 йылда районыбыҙҙа беренсе булып "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булһа, 2007 йылда ошо уҡ конкурста гран-при яуланы һәм республика кимәлендәге бәйгелә "Туған телгә һөйөү уятыу" номинацияһына лайыҡ булды. Әлфиә апай — "Мәғариф" проектының "Иң яҡшы уҡытыусылар" бәйгеһе еңеүсеһе лә.
Уның 25 йыллыҡ педагогик стажы балаларға булған сикһеҙ һөйөүе, үҙ эшенә мөкиббән булып эшләүе хаҡында һөйләй. Эшмәкәрлегендәге төп һыҙат — үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа ҡарата ҙур яуаплылыҡ тойғоһо. Моғайын, ошо һыҙатҡа таянып та, Әлфиә апайға быйылғы уҡыу йылында директор урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелгәндер.
Һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа тигән һүҙҙәр менән килешәм. Берәүҙең дә ғүмер юлында аллы-гөллө сәскәләр түшәлеп ҡуйылмаған. Һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарында баҙап ҡалмай, тимер түҙемле, ихтыяр көсө менән бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡан кеше оло ихтирам яулай. Әлфиә Ғәлиәскәр ҡыҙы кеүек яҡты маҡсатлы, тәрән фекерле уҡытыусылар булғанда, башҡорт телебеҙ юғалып ҡалмаҫ, йылдан-йыл үҫешер тигән өмөттә ҡалам.
Наҙгөл АБДУЛЛИНА,
БДУ студенты.