Ямғырҙың да моңо бар24.10.2018
Көҙгөһөн күптәрҙә кәйеф тотороҡһоҙлоғо күҙәтелә. Был миҙгелгә хас күңел төшөнкөлөгөн күптәр депрессия менән бутай. Кәйеф үҙгәреүе, хәлһеҙлек тойғоһо көндөң ҡыҫҡарыуы, тереклектең ҡышҡа әҙерләнеүе менән бәйле. Беҙ организмыбыҙға һәр йәһәттән ярҙам итергә тейешбеҙ.

Бына шундай осраҡ­тарҙа һеҙгә хюгге яр­ҙамға килер. Ул күптән түгел Скандинавия ил­дәрендә барлыҡҡа кил­гән күренеш, йәм һәм уңайлылыҡ булдырыу, ҡәнәғәтлек алыу, тормоштоң ябай ғына шатлыҡтарын тойоу, шул мәл менән бәхетле булыу тигәнде аңлата.

“Хюгге” (“hygge”) һүҙе яҙма дат телендә XIX быуат башында барлыҡҡа килә, тура мәғәнәлә ул “именлек” тип тәржемә ителә. Күренеш булараҡ уның хаҡында Даниялағы Бәхетте тикшереү институтына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Майк Викинг үҙенең “Хюг­ге. Даттарҙың бәхет серҙәре” китабында яҙып сыға.

Дат телендә “хюгге” һүҙе исем, ҡылым, сифат була­раҡ ҡулланыла. Мәҫәлән, скандинавтар “йома кисе – ғаилә хюггеһы өсөн шәп ваҡыт” йә уңайлы, йылы ойоҡ­тарҙы “хюгге ойоҡтар” тип әйтеүе ихтимал. Майк Викинг билдәләүенсә, “хюггены яҙып аңлатып булмай, уны тойорға кәрәк”. Иң мөһиме – уны үҙ тормошоғоҙға индерегеҙ!

Хюггеның төп асылдары:
* Үҙең булған урында – өйҙә, эштә йәм булдырыу.

* Дуҫтарыңды, яҡындарыңды ҡунаҡҡа саҡырыу.

* Тәмле ризыҡтар ашау, бешеренеү.

* Әүҙем тормош алып барыу.

* Уңайлы кейенеү.

* Бәләкәй генә шатлыҡтарҙан йәм табыу.

* Күңелеңә ятҡан шөғөл, ижади эш менән булышыу.

* Һәр ғәмәлдә, хатта ҡәнәғәт булыуҙа ла сама белеү.

Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр әллә күпме моңһоу көҙҙәрҙе, ыжғыр ҡыштарҙы еңел үткәрергә ярҙам итер. Һалҡын миҙгелдәрҙең үҙенсәлектәрен скандинавтар, рәсәйҙәр кеүек үк, бик яҡшы белә. Көҙҙөң матурлығын, сағыулығын, быҫҡаҡлап яуған ямғырҙарҙың да ҡабатланмаҫ моңон тойоп йәшәгеҙ!


Вернуться назад