Өфө урамдарында ҡасан тәртип урынлашыр?Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһен яңынан күтәрҙе. Был юлы төбәк етәксеһе ҡайһы бер “ПАЗ” тибындағы маршрут автобустарының башына газ баллондары ҡуйылыуға иғтибар йүнәлтте.
— Газды файҙаланыуҙың арзаныраҡ икәнен, бының яҡшы тормоштан эшләнмәгәнен аңлайым, әммә башҡа алымдар уйлап табығыҙ. Эстетика хаҡында түгел, ә именлек тураһында һүҙ алып барам. Тимәк, башҡа автотранспорт төрҙәре ғәмәлгә индерелергә тейеш. Бүтән бер ерҙә лә бындай хәлде күргәнем юҡ, — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Өфө власына, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәкселегенә яңы эш алымы уйлап табырға һәм уның тураһында хәбәр итергә бер ай ваҡыт бирҙе.
“ПАЗ”дар һуғышы бөтөрмө? Газ баллоны мәсьәләһенән тыш, маршрут автобустары водителдәренең тәрбиәһеҙ йөрөүе бөтөн халыҡтың үҙәгенә үткән.
Эйе, бөгөн Өфө урамдарында ысын мәғәнәһендә автобустар һуғышы бара. Бер-береһенән алдараҡ өлгөрөү, халыҡты “урлау” өсөн улар ниндәй генә тәртипһеҙлеккә бармай!
Туҡталышта бер үк ваҡытта бер-береһен төкөй яҙып әллә нисә автобус килеп туҡтай, ҡысҡырталар, йоҙроҡ менән янайҙар, юлдарын киҫәләр.
Ҡыҫҡаһы, юл ҡағиҙәләре һанға һуғылмай. Кеше ғүмеренә янаған ҡурҡыныс уларға бар ни ҙә, юҡ ни. Иң мөһиме – кеҫәгә табыш килһен. Шул сәбәпле күпме фажиғә килеп сыға, күпме ғүмер ҡыйыла!
Үҙемә лә маршрут автобустарында йөрөргә тура килгәнлектән, ундағы тәртипһеҙлекте йыш күрәм. Мәҫәлән, күптән түгел беҙ ултырып килгән “ПАЗ” алдараҡ киткән өсөн икенсеһенең шоферы монтировкаһын тотоп килеп сығып киҙәнә башламаһынмы! Ҡыҙған водителдең ауыҙынан сыҡҡан мәғәнәһеҙ һүҙҙәрҙе майлап һалһаң, эт ашамаҫ.
Улар үҙ-ара егерме минут самаһы аңлашҡандан һуң ғына юлыбыҙҙы дауам иттек. Пассажирҙарҙың да, водителдең дә кәйефе ҡырылды. Юл буйына һөйләнде, әрләне. Бындай хәлдәге егеттең тейешле урынға имен-аман алып барып еткерәсәгенә лә шик тыуа. Бер нисә йыл элек хеҙмәттәшебеҙ Айгиз Баймөхәмәтов ултырып барған автобус электр бағанаһына бәрелеп, кешеләр ҡазаға тарыны. Ә Айгиздең ҡулбашы һынып, шаҡтай ваҡыт һыҙланып, дауаланып йөрөргә тура килде. Һуңынан асыҡланыуынса, теге автобус бер ҡайҙа ла теркәлмәгән...
Бына шулай Өфө урамдары буйлап көн дә йөҙәрләгән автобус “һуғыша-талаша” халыҡты ташый. Бары мул табыш көҫәгән әҙәмдәр урам сатында көнәркәштәрен туҡмап китергә лә, хатта ғүмерен ҡыйырға ла күп һорап тормай.
Хәтеребеҙҙә, бер нисә йыл элек һуңғы туҡталышта бер шоферҙы ҡанға батырғансы туҡмап, ҡабырғаларын һындырҙылар. Былтыр иһә үҙенең шәхси эшен асҡан егетте автобусы эсендә үлтереп киткәндәрен күптәр әле лә иҫләйҙер.
1 декабргә тиклем көйләнергә тейеш Маршрут автобустары водителдәренең тәртибе хаҡында һүҙ быға тиклем дә бер нисә тапҡыр ҡуҙғатылды. Юғары даирәләрҙә тикшерелде, кәңәшмәләр үткәрелде, әммә һөҙөмтәһе күренмәне. Пассажирҙар ташыу хаҡында яңы закон ҡабул ителгәс, чиновниктар был өлкәлә тәртип буласағы хаҡында вәғәҙә бирһә лә, ул да һүҙҙә генә ҡалды – тәртипһеҙлек дауам итте.
Яңы закон буйынса һәр маршруттың транспорт картаһы, ә улар эшләгән компания муниципаль халыҡ ташыусылар реестрында торорға тейеш. Ғәмәлдә иһә һөҙөмтә бер ҙә ҡыуанырлыҡ түгел. Тикшеренеүҙәр бәғзе автобустарҙың теркәлмәгәнен, яртыһы документһыҙ йөрөүен күрһәтә. Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, 2017 йылда автобус водителдәре ғәйебе менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу 40 процентҡа артҡан. 97 шофер эскән килеш тотолған, 40 егет танытмаһынан мәхрүм ителһә лә, ҡабаттан рулгә ултырған.
Тап шуға ла Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо тармаҡтағы проблемаларға етди иғтибар биргәс, күптәр еңел һулап ҡуйҙы.
Мәскәү – ун миллионлы ҡала. Унда бөгөн законға ярашһыҙ йөрөгән маршрут автобустары юҡ. Башҡа күп ҙур ҡалаларҙа ла шул уҡ хәл. Мәҫәлән, Ҡазанда. Ә беҙҙә ниндәйҙер Техас. Был бит хәл итеп булмаҫтай мәсьәлә түгел, – тине Радий Фәрит улы һәм юлдарҙағы тәртипһеҙлекте 1 декабргә тиклем көйләргә ҡушты.
Һөҙөмтәлә был тармаҡтағы хеҙмәттең сифатын яҡшыртыу йәһәтенән эшсе төркөм ойошторолдо, был бурыс Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа йөкмәтелде. Шуныһы ҡыуаныслы: эште оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай,тәүге ултырыш үтте. Уны парламент Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Спикер ярҙамсыһы сарала “Башҡортостан Республика биләмәһендә автомобиль транспорты һәм ҡала ер өҫтө электр транспорты менән хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Закондың үтәлешен тикшереү, транспорт хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүе хаҡында һөйләне. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов, ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Федосов һәм башҡалар легаль булмаған автотранспорттың муниципаль властар менән килешеү нигеҙендә эшләүенә өлгәшеү өсөн ҡануни нормаларҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Улар барыһы ла әлеге законға үҙгәрештәр индергәндә ҡараласаҡ.
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ,
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, эшсе төркөм етәксеһе:
– Эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы үтте. Беренсенән, был мониторинг формаһында алып барыла, пассажирҙар ташыу өлкәһендәге ҡанундың үтәлеше тикшерелә. Икенсенән, халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү урындағы үҙидара вәкәләттәренә бирелгән. Беҙгә норматив-хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтеү һәм тәҡдимдәр еткереү йөкмәтелә. Әлбиттә, был беренсе нәүбәттә пассажирҙар ташыуҙың сифатын күтәреү, икенсенән, законға хилафлыҡ килтергән эшҡыуарҙарҙы асыҡлау. Юлдарҙағы тәртипһеҙлек мәсьәләһен көйләү маҡсатында санкцияларҙы арттырыу, штраф күләмен күтәреү, йәнә транспортҡа арест һалыуҙы индерергә планлаштырабыҙ.
Туҡталыштарҙа ла тәртип булдырыу зарур. Мәҫәлән, электрон таблоларҙа маршрут автобустарының расписаниеһы күрһәтелергә тейеш.
Салауат МУЛЛАГИЛДИН, шәхси эшҡыуар:
– Үҙем ике тиҫтә йыл самаһы ошо өлкәлә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәс, был юҫыҡтағы етешһеҙлектәрҙе яҡшы аңлайым, шуға ла Радий Хәбировтың ҡарарына ҡыуандым. Күп маршруттар башҡаларҙың лицензияһы менән йөрөй. Хужаларының ҙур вазифа биләгән кешеләр булыуы ла сер түгел. Шуға ла шоферҙар тәкәббер ҡылана, йәнәһе, уларҙы бер ни эшләтә алмайҙар.
“Аҙна һайын ойоштороласаҡ”
Өфө хакимиәтендәге Транспорт һәм элемтә идаралығында баш ҡалала эшләгән легаль һәм легаль булмаған ташыусылар менән тәүге кәңәшмә үтте. Сараны идаралыҡ начальнигы Андрей Федосов уҙғарҙы.
— Бындай саралар аҙна һайын ойоштороласаҡ, — тине ул. — Унда пассажирҙар ташыу өлкәһендә контроллек иткән барлыҡ күҙәтеү органдары саҡырыла.
Чиновник билдәләүенсә, кәңәшмәләрҙә Өфө автотранспортында хеҙмәт күрһәтеү сифаты, селтәрҙе ҡулайлаштырыу, автобустарҙы этаплап алмаштырыу тикшереләсәк. Идаралыҡ начальнигы әле 2700 берәмек техниканың алмаштырылырға тейешлеге тураһында әйтте. Селтәр ҡулайлаштырылғандан һуң 1600-гә яҡын транспорт сараһы, шул иҫәптән 200 электр транспорты, 1400 автобус ҡалырға тейеш.