Халыҡ берҙәмлеге көнө айҡанлы байрам менән бергә тура килгәнлектән, мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулы бер көнгә оҙағыраҡ булмаҡсы.
Алты көнлөк уҡыу аҙнаһы булғанда, ял 28 октябрҙән 5 ноябргәсә дауам итә. Икенсе сирек 6 ноябрҙән, шишәмбенән башлана. Каникул тураһындағы һуңғы ҡарарҙы һәр белем усағы етәкселеге үҙе ҡабул итә.