Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар23.10.2018
Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы – күп йыллыҡ ижади хеҙмәт һөҙөмтәһе. Әҫәрҙең үҙәгендә – ил һәм халыҡ яҙмышының көсөргәнешле ваҡиғалары. Ундағы хәлдәр  китап уҡыусының иң нескә күңел ҡылдарына ҡағылырға һәләтле.

“Емеш” романы шул замандың траге­дияһын асыҡ сағылдыра. Мине айырыуса романда Йәнештең мәғәнәһеҙ үлеүе тетрәндерҙе. Yгәй әсәнең уҫаллығы, бала ғүмеренә битараф булыуы күңелде өтә.

…Һәм хәтеремә бер тарих килә. Өләсәйем йәшәгән ауыл эргәһендә Ҡырғыҙ тауы тип аталған ҡалҡыулыҡ бар.
Yткән быуат баштарында ошо ауыл янына, үҙ илдәрендәге аслыҡтан ҡасып, бер төркөм ҡырғыҙ халҡы килеп сыға. Ауыл эргәһендәге сауҡала землянкалар ҡаҙып, шунда йәшәй башлайҙар. Бындағы халыҡ менән тиҙ уртаҡ тел табалар. Ауыл халҡы уларға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Ауыр 1921 йыл... Закон ҡаты, бер ус бойҙай өсөн дә һөргөнгә ебәргән саҡтар. Аслыҡтан кешеләр ҡырыла, балалар шешенә. Ауыл халҡы колхоз рәйесенән ҡасырып, кеҫә төбөнә һалып алып ҡайтҡан бер ус бойҙайҙы ла ошо ҡырғыҙҙар менән бүлешә, уларҙы аслыҡтан ҡотҡарырға тырыша.
Бер нисә йылдан аслыҡ артҡа сигенгәс, ҡырғыҙҙар тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Ауыл зыяратының ситендә бер нисә ҡәбер генә тороп ҡала. Унда кемдәр ятыуын бөгөн бер кем дә белмәй. Уларҙың ата-бабалары, туғандары кем булған? Бөтәһе лә тарих төпкөлөндә юғалған.

Әле унда беленер-беленмәҫ ҡал­ҡыу­лыҡтар ғына тороп ҡалған. Шуға ҡарамаҫтан, йыл да ер ҡарҙан асылғас, ауыл ҡарттары ошо ҡәберлекте сүптән таҙарта, муллалар килеп ҡөрьән сүрәләре уҡый. Ауыл халҡы зыяратты ҡарап тороуға үҙендә яуаплылыҡ тоя һәм уны быуындан быуынға тапшыра килә.

Өләсәйем форсаты сыҡҡан һайын ҡабатлай: “Хоҙай алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ. Бында ла кемдеңдер ғәзизе ята”. Йылдар буйына таба алмаған милли идеяны бер ауыл ҡарсығы ябай тел менән аңлатып бирә: бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ… Күңелдәрҙә изгелек, мәрхәмәтлелек орлоҡтары булғанда ғына был идеяны тормошҡа ашырып була.

...Ике ваҡиға, ике трагедия. Икәүһе лә кешенең ысын йөҙөн асып бирә: береһендә үҙе өсөн сабый ғүмерен фиҙа ҡыла, ҡан-йәш аша атлайҙар, икенсеһендә үҙ яҙмышын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, башҡалар өсөн йәнен бирергә лә әҙерҙәр.

Уйҙар, уйҙар… Бары тик ысын яҙыусы ғына шулай үҙенең уҡыусыһын уйлан­дырырға мәжбүр итә ала. Зәйнәб Биишева мине бына инде нисә көндәр уйҙар тулҡынында тирбәтә.


Вернуться назад