“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын сағылдырған был һүҙҙәр тормош хәҡиҡәтен раҫлай. Атайҙың донъяла барлығын тойоу ғына ла кешене көслө һәм рухлы итә. Сәстәреңә сал төшөп, үҙең ете тиҫтәнең тупһаһын аша атлаған олатай булғас та, атайлы булыу – бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Бөгөнгө геройыбыҙ – шундайҙарҙан.
Айрат Кәримов Сәйетҡол ауылында ғүмерҙәрен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаған Басира инәй менән Әхмәтйән бабайҙың баш балаһы булып донъяға килгән. Һигеҙ бала араһында иң өлкәне булараҡ, ҡул араһына иртә ингән егет Мораҡтағы училищела тракторсы-машинист, малсы-механизатор, электрик, водитель һөнәрҙәрен үҙләштергәндән һуң, армияға тиклем үк “Октябрь” совхозында хеҙмәт юлын башлаған.
Германияла тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, өс йыл Күмертау электромонтажлау идаралығында электрик булып эшләгән. Аҙаҡ иһә ҡала ерен барыбер үҙһенмәгән егет “Исем” совхозына эшкә ҡайтҡан. Кемдер әйтмешләй, муйын булһа, ҡамыт табыла – уны башта ябайыраҡ техникаға, аҙаҡ иһә ҡеүәтле “Т-150”, “К-700” тракторҙарына ултырталар. Көн-төн тимәй, ямғыр-ҡарға ҡарамай, үҙ эшен мөкиббән башҡарған эшсән күп тапҡыр “Социалистик ярышта еңеүсе” исемен алған һәм бихисап маҡтау грамоталарына, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Уның һәр эшкә яуаплы ҡарауын совхоз етәкселәре күрмәй ҡалмай, әлбиттә. 1981 йылда инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Тап Айрат Әхмәтйән улы эшләгән осорҙа совхоздың барлыҡ бүлексәләрендә лә малсыларҙың эше байтаҡҡа еңеләйтелә – фермалар механизациялана, ҡул менән һауыу урынына автоһауыу ҡорамалдары үткәрелә, һыу үткәргес яйға һалына, тиреҫте алып сығыу өсөн транспортерҙар эшләнә.
Ныҡлы нигеҙ ҡороп, төпләнгән урынынан бер ҡайҙа китергә уйы булмаһа ла, тормош иптәше – хоҡуҡ һаҡлау органдарында яуаплы вазифа биләгән Клара Хөрмәт ҡыҙын район үҙәгенә эшкә күсереү сәбәпле, Кәримовтар бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек Мораҡ ауылына күсә. Бында ла “ҡамыт” табыла Айрат ағайға – район хакимиәтендә 12 йыл инженер булып эшләй.
Күптәр хаҡлы ялға сыҡҡас, иркен тын алып, тыныс ҡына тормошҡа күсә. Айрат ағайҙың иһә, киреһенсә, икенсе һулышы асыла: үҙ ҡулдары менән һалып ингән йортта заманса уңайлыҡтар булдыра, күп итеп ҡош-ҡорт аҫрай. Яратҡан шөғөлдәре лә бар: юғары белем алып, баш ҡалала төпләнеп, яуаплы өлкәлә эшләгән улы Әнүәр менән ҡыҙы Флориданың ғаиләләрен үҙҙәре үҫтергән емеш-еләк менән һыйлау, ейәне Айҙарҙы балыҡҡа йөрөтөү.
Кәримовтарҙың ҙур ғаиләһендә ашҡынып көтөп алған байрамдар күп, шулай ҙа юбилейҙар, тыуған көндәр һәм башҡа иҫтәлекле даталар араһында улар өсөн 9 Май айырым урын алып тора. Был көндә ишектәре һәр саҡ асыҡ – бына инде тиҫтә йыл улар менән бергә йәшәгән Әхмәтйән бабайҙы ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, туғандары, мәктәп уҡыусылары килә.
1942 йылда фронтҡа алынып, тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан, Австрияның Вена ҡалаһына тиклем утлы яу юлын үткән кисәге яугир һаман да сафта. Быйыл 98 йәшен билдәләйәсәк бабай үҙенә оло хөрмәт һәм тәрбиә күрһәткән улы менән килененә рәхмәт уҡып, Хоҙайҙың һәр биргән көнөнә шөкөр итеп, хәленсә йөрөп ята (был урында уның үҙ аңында, үҙ аяғында булыуына “күҙ теймәһен!” тип әйтеү бик тә урынлы).
Әйткәндәй, ул бала сағын яҡшы иҫләй: атаһы граждандар һуғышы ваҡытында Зәки Вәлиди армияһы составында булған һәм һуңынан эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, ситкә киткәндә ят тарафтарҙа вафат булып ҡалған. Был саҡта Әхмәтйән бабайға йәш ярым ғына булған. Ағаһы Ахунйән дә ҡыҫҡа ғүмерле булып сыҡҡан. Әсәһе икенсе кешегә кейәүгә сығып киткәс, уны ҡартаһы менән ҡәртәсәһе ҡарап үҫтергән.
Атайлы бала – арҡалы, тигәйнек яҙмабыҙҙың башында. Ҡасандыр Айрат ағай ҡәҙерлеһенә арҡа терәп буй еткерһә, бөгөн ул үҙенең уллыҡ бурысын намыҫ менән үтәй – атаһына ныҡлы терәк булып, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Баланан бәхетең булһа, ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа, иртә йәштән ҡарт итер, тигәндәй, Әхмәтйән бабайҙың, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремеклеген юғалтмауы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Бына шулай йәшәй аталы-уллы ике ветеран – ике быуын вәкиле.