“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...”Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән әсәйем бер көн ифрат дәртле тауыш менән шылтырата: юғары уҡыу йортон бөткәндәренә ҡырҡ йыл тулыу айҡанлы курсташтары осрашыу ойоштора икән. Йәшлек хәтирәләрен йылдар юямы һуң: әсәйем “һабаҡташтарының ҡайһы берәүҙәрен диплом алғандан бирле күргәнем юҡ, бер аралашыуға ни етә” тип, юлға ла йыйына башланы.
Моңһоу апайСара баш ҡала янындағы ҡасабаларҙың береһендә, Фәниә исемле курсташтарының йортонда, үтә булып сыҡты. Һабаҡташтар республиканың төрлө төбәктәренән ике тиҫтәләгән кеше йыйылмаҡсы икән. Өфөгә килеп еткән әсәйемде беҙ иптәшем менән машинала алып барып ҡуйырға булдыҡ. Ул юл ыңғайы:
– Фәниәне 40 йыл күргәнем юҡ... Эй, яҙмышы ҡатмарлы булды шул уның. Тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтҡан икән, – тип, йорт хужабикәһен хәтергә алып, бик тулҡынланып барҙы. Әлбиттә, төпсөнөп торманыҡ, хәйер, ваҡыт та юҡ ине.
Тейешле адрес буйынса килеп төшкәс, беҙҙе бик ихлас ҡаршы алдылар. Моңһоуыраҡ ҡиәфәтле бер апай килеп күреште. Фәниә апай тигәнебеҙ ошо икән.
Мин барыһы менән күрешермен дә кире ҡайтырмын тип сабыр ғына ситтә баҫып торам. Шул саҡ теге ханым әсәйемдән һорай ҡуйҙы:
– Дилара, был һинең бишенсе курстан һуң тыуған ҡыҙыңмы?
Атайым менән студент саҡта уҡ ғаилә ҡорған, уның менән дүрт тиҫтә йылдан ашыу татыу, мөхәббәтле, бәхетле тормош кисергән әсәйем ыңғай яуап бирҙе, артабан улар әңгәмәләшә-әңгәмәләшә башҡа ҡунаҡтар яғына йүнәлде, беҙ иһә ҡайтып киттек. Байтаҡ ваҡыт үткәс, форсат сыҡҡанда, әсәйем миңә ошо осрашыу, Фәниә курсташының аяныслы яҙмышы хаҡында бәйән итте. Күптәргә ғибрәт булырлыҡ тарих булып сыҡты был.
Бәйһеҙ тормош бәләһе...Фәниәнең атаһы менән әсәһе бик иртә донъя ҡуйғас, туғандары оҙаҡ уйлап тормаған, уны балалар йортона тапшырған. Ҡыҙыҡһыныусан һәм етеҙ ҡыҙ унда нимә кисергән дә нисек үҫкән – уныһын яҙып тормаһаҡ та, аңлайһығыҙ. Белем алырға теләге булған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Башта һәр лекцияға, дәрескә ҙур ҡыҙыҡһыныу, теләк менән йөрөгән Фәниәне бер ни тиклем ваҡыттан һуң алмаштырып ҡуялармы ни: студенттарҙың ирекле тормошо уның башын тамам әйләндергән, уҡыуҙан бигерәк, күңел асырға, кәйеф-сафа ҡорорға әүәҫләнеп алған. Ошо уҡ юлды ҡыуған дуҫтары ла ҡайҙан табылып торған тиерһең... Бәлки, ҡурсалап, дәртләндереп, күңелен күтәреп, дөрөҫ юлға өндәп торған терәге –яҡындары юҡлығы ла быға сәбәпсе булғандыр? Хәйер, балалар йортонда тәрбиәләнгәндәрҙең күңеле һәр саҡ китек икәнлеген, наҙ һәм һөйөү күреп үҫмәгән сабыйҙарҙың йөрәге ғүмер буйы яралы булғанлығын әйтәһе бармы һуң... Шуға күрә улар ғүмер юлында йышыраҡ яңылыша, күптәре тайғаҡ юлға баҫҡаны ла билдәле.
...Бишенсе курсҡа еткәндә, Фәниәнең ауырға ҡалыуы асыҡлана. Кемдән, ул әҙәм был хаҡта беләме-юҡмы, ярҙам итергә хәленән киләме – былары ҡараңғы. Фәниә иһә хәл-торошоноң ниндәй икәнлеген бик һуң белеп ҡалған, тиҙәр. Үҙе ҡайһы бер әхирәттәренә ауырынан бер нисә тапҡыр ҡотолорға маташып ҡарағанын да һөйләгән, имеш. Әммә уның “тырышлығынан” бер ни килеп сыҡмаған. Аҙаҡҡаса, киңерәк әйбер кейеп, ҙурая барған эсен йәшерергә тырышып йөрөгән бисара ҡыҙ.
Нисек кенә булмаһын, уҡыу йортонда уның хәленә ингәндәр. Ул диплом яҙып һәм яҡлап өлгөргән, ә бына юғары уҡыу йортон тамамлау тураһындағы документты тантаналы тапшырған көндә, ауырып китеп, бала табыу йортона эләккән... Асыҡланыуынса, ул бер табипҡа ла күренмәгән, иҫәптә лә тормаған, шуға ла буласаҡ әсәйҙе үҙе ише яуапһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус учреждениеға алып киткәндәр. Шулай итеп, төркөмдәштәре диплом алған көндө Фәниә бер юлы ике балаға – малайға һәм ҡыҙға әсәй булған...
“Нисек кенә булмаһын, ҡыртыраҡ холоҡло, яндырай Фәниә беҙгә бик йәл булды. Ул сабыйҙары менән ҡайҙа барырға, нимә эшләргә тейеш ине артабан? Курсташтар менән һөйләштек тә, хәлдән килгәнсә кәрәк-яраҡ алып, бала табыу йортона юлландыҡ, хәлен беләйек, күңелен күрәйек, тинек. Тик Фәниә беҙҙе бик һалҡын ҡаршы алды. Ул ғына түгел, хатта әрләшә башланы: “Нимә тип миңә киләһегеҙ ул? Кем һеҙҙән һораны? Ул балалар миңә кәрәкмәй! Барыбер дауаханала ҡалдырып сығам!” – тип ҡырт киҫте. Өгөтләүҙәргә, ярҙам тәҡдим итеүгә битараф ҡалған Фәниә эргәһенән бик күңелһеҙләнеп ҡайтып киттек шул саҡта”, – тип хәтерләй әсәйем.
Һәр кем үҙ яҙмышы өсөн үҙе яуап бирә шул. Бишенсе курсты тамамлаған курсташтар ҙа оҙаҡламай төрлө төбәккә тарала, йүнәлтмә буйынса райондарға эшкә ҡайта. Фәниәнең дә яҙмышы йылъяҙмалар боролошонда аҙашып ҡала.
Күңелде һыҡратҡан яраБер ни тиклем ваҡыттан һуң уның Өфөлә ҡалмауы, Себер яҡтарына сығып китеүе, унда тормошҡа сығып, эшләп йөрөүе, ике балаға әсә булыуы мәғлүм була. Һәм бына, 40 йыл үткәндән һуң – курсташтар осрашыуы. Ҡайҙа-ҡайҙа бит әле – Фәниәнең йортонда!
Әсәйем ошо осрашыуҙа хужабикә менән байтаҡ әңгәмәләшеп ултырыуын һөйләне. Минең турала һорауы ла юҡҡа булмаған икән: күңеле тулы үкенес булған ҡатын ҡасандыр ҡалдырып киткән балаларын бер ваҡытта ла онотмаған. Миңә ҡарап, үҙенең дә ҡыҙы һәм улы ошо йәштә булырға тейешлеген иҫләгән икән...
Ҡәҙимге тормош кисерҙем, нисек тә йәшәргә, эшләргә тырыштым, тип бәйән иткән Фәниә ханым. Кейәүгә сыҡҡас, ике ҡыҙы тыуған. Уларҙы хәлдән килгәнсә яҡшы тәрбиәләргә, белем бирергә, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иткән. Тик ҡасандыр йәшлек таңында яһаған хаталы аҙымы уға бер ваҡытта ла тынғылыҡ бирмәгән, йөрәгендәге ҡанлы яра булып, бәхет ҡояшын ҡаплап торған. Күҙ йәштәре аша:
– Бала табыу йортонда ҡасандыр аңһыҙлыҡ менән ташлап киткән сабыйҙарымды йылдар дауамында өмөтләнеп эҙләнем һәм әле лә эҙләйем.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Улым был яҡты донъя менән хушлашҡан тигән хәбәр ишеттем, ысынмы-юҡмы икәнлеген белмәйем. Ә бына ҡыҙымды ҡасандыр ҡыҙлыҡҡа алған кешеләр һаман да сер булып ҡала – мәғлүмәт юҡ. Бына шулай, ҡырҡ йыл элек илатып, етем итеп торғоҙоп ҡалдырған балаларым менән ошо Ерҙә йәшәйем, ошо уҡ һауаны һулайым, әммә осрашыу бәхетен кисерә алмайым. Ни тиклем ҙур хата, кисермәҫлек гонаһ яһағанымды Аллаһ Тәғәлә артабан биргән һынауҙар аша аңланым. Кейәүгә сығып тапҡан ҡыҙҙарым хәҙер үҙҙәре әсәй, әммә ейәндәремдең һаулығы үтә насар. Ғәфү итмәҫлек ҡылығымдың ҡоһоро был, ҡылған гонаһым өсөн түләү, – тип әсенеп һөйләгән Фәниә апай аяныслы яҙмышы тураһында.
...Курсташтарын йыйып, матур осрашыу ойоштороу теләге ана шул йөрәген яралап торған яҙмыш ярсыҡтарын бергә йыйып, уларға матур йәшлек хәтирәләрен ҡушып, күңеленә тыныслыҡ эҙләү ысулы булғандыр ҙа, бәлки. Кем белә? Шуныһы мәғлүм: был донъяла һәммәбеҙгә лә ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ өсөн яуап бирергә тура килә. Был – тормоштоң ябай, әммә ғәҙел ҡануны.