Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә ҡалһа, эштәренән йәм тапҡан кешеләр улар. Өфө ҡалаһында 129-сы балалар баҡсаһы төҙөлгәндән алып шунда хеҙмәт күрһәткән Марина Иванова балалар күңелен аңламаһа, күптән бүтән эшкә күсер ине.
Баш ҡаланың Совет районында бындай логопедия төркөмө икәү генә. 129-сы балалар баҡсаһындағыһы шуларҙың берәүһе.
– Бер команда булып уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу һәр йәһәттән дә отошло, – тип һөйләй балалар баҡсаһының “Тамсыҡай” төркөмө тәрбиәсеһе Марина Юрьевна. – Беҙ балалар менән төрлө йүнәлештә эш итеүҙе хуплайбыҙ. Әлбиттә, үҫешкә ҡоролған уйынды күберәк күмәкләшеп уйнайбыҙ. Ни өсөн? Был осраҡта тотлоҡҡан малай һәм ҡыҙҙарҙың оялыуы ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға, улар бүтән ваҡыттағы шикелле тартынмай.
Команда тигәндән, кескәйҙәрҙең көйөн көйләгән тәрбиәсе Эльмира Гәрәева, логопед Ольга Рафиҡова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Лилиә Дәүләтшина 23 балаға көн һуҙымында йөрәк йылыһын йәлләмәй. Һәр береһенә мөмкин хәтлем яҡын булырға тырышалар. Мәҫәлән, бәләкәстә һөйләшеү телмәрен үҫтереү өсөн уның менән айырым шөғөлләнергә кәрәк. Хәрефте асыҡ һәм дөрөҫ итеп әйтә беләме? Һүҙҙәрҙең аҙағын йотмаймы? Ҡыҫҡаһы, дикцияны шымартыуға ҙур иғтибар бүленә.
– Шыма һөйләргә өйрәнеүҙән тыш, малай һәм ҡыҙҙар донъяны танып белеү дәресен дә ярата, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Һүҙ ҙә юҡ, күптәр “ни өсөн?” тигән һорауҙы йыш ҡабатлай. Ә беҙҙең яҡтан ни бары һәр һорауға төплө яуап биреү талап ителә. Математикаға балалар яҡшы ылыға, йырға ла ихлас ҡушылалар, гимнастиканы ла ҡалдырмайҙар.
Тыумыштан тотлоҡҡандарға ҡарағанда, ныҡ ҡурҡыу арҡаһында бындай сиргә юлыҡҡандарҙы дауалау күпкә еңел икән. Уның ҡарауы, “Тамсы тама-тама ташты тишә” тигәндәй, ундай балалар менән даими шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә.