“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө буйынса Рәсәй йыйылма командалары составына индерелде. Улар илдең “Армия үҙәк спорт клубы”ның роталарында хеҙмәт итәсәк. Был егеттәр – беҙҙең ғорурлығыбыҙ”, – тине “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко.
Мәғлүм булыуынса, армияла ғәскәри бурысын үтәмәгәндәр тәртип һаҡлау ведомстволарына, дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлаша алмай. Тап шуға ла күпселек егеттәр ил һаҡларға теләп китә. Шул уҡ ваҡытта ғәскәри бурысынан баш тартырға теләгәндәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, әлеге көнгә 50 кеше ҡасып йөрөй, алты егет бер сәбәпһеҙ йыйылыу пунктына килмәгән. Әле һалдатҡа барыуҙан баш тартҡан 52 егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хәрби комиссариаттың хәрби-табип комиссияһы рәйесе Борис Усатов хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һаулыҡ торошо әллә ни шәптән булмауы хаҡында һөйләне. Республикала хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ 71,6 процент тәшкил итә. Ә бына Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәрендә был күрһәткес 80 проценттан ашып китә. “Күрәһең, йомшаҡ климат, экология, туҡланыу шарттары ла тәьҫир итәлер”, – тип быға үҙ ҡарашын белдерҙе хәрби табип.
Әлбиттә, ҡулына ҡорал аласаҡ егеттәр бөтә яҡлап та сәләмәт булырға тейеш. Тап шуға ла һәр кемдең физик һаулығы ғына түгел, психологик торошо ла, ят мөхиткә яраҡлашыу үҙенсәлеге лә ныҡлы тикшерелә, район һәм үҙәк йыйылыу пунктында ике тапҡыр махсус тест үтәләр. “Был йәһәттән ауылдарҙан, республиканың башҡа ҡалаларынан килгән егеттәр психикаһының ныҡлығы менән айырылып тора. Ә өфөләрҙең психологик яҡтан әҙерлеге насар. Шул сәбәпле яҙын 65 егетте кире ҡайтарырға мәжбүр булдыҡ. Ҡайһылары килеү менән илай башлай, әсәһе янына ебәреүҙе һорай, тәртипте үтәүҙән, ашауҙан баш тарта. Улар бөтәһе лә ҡабаттан тикшереүгә ебәрелде”, – ти Борис Усатов.
Был саралар хеҙмәт барышында үлем осраҡтарын кәметергә тейеш. Һуңғы өс йылда һалдат бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар һаны һиҙелерлек кәмегән.
Быйыл тәү тапҡыр 17 йәштән хәрби иҫәпкә ҡуйылған үҫмерҙәрҙең ни бары 64 проценты һаулығы йәһәтенән ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләнгән. 15 –16 йәшлектәрҙе диспансерлаштырыу был нисбәт 60 процент булыуын күрһәткән.
“Призывниктарҙы борсоған төп проблема – яҫы табанлылыҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының белгестәре 12 йәштән үткән малайҙарҙың сәләмәтлек торошон тикшерҙе. Улар асыҡлауынса, 10 йәштән яҫы табанлылыҡ барлыҡҡа килә, һәм ул армия йәшенә еткәнсе өсөнсө дәрәжәгә етә”, – тине Борис Усатов.
Ә бына сколиоз буйынса закон йәһәтенән критерийҙар һиҙелерлек кәмегән. Элек умыртҡаның 12 градусҡа кәкерәйеүе хеҙмәткә яраҡлылыҡ сикләнгән тип билдәләнһә, хәҙер 17 градус кимәлендә лә бер сама сикләнгән булараҡ тип иҫәпләнә.
Көҙгө саҡырылышта республиканан 4500 егет һалдат хеҙмәтенә оҙатыласаҡ. Хәрби частарға тәүге партия 24 октябрҙә юллана.