Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”22.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһен яңынан күтәрҙе. Был юлы төбәк етәксеһе ҡайһы бер “ПАЗ” тибындағы маршрут автобустарының башына газ баллондары ҡуйылыуға иғтибар йүнәлтте.

— Газды файҙаланыуҙың арзаныраҡ икәнен, бының яҡшы тормоштан эшләниәгәнен аңлайым, әммә башҡа алымдар уйлап табығыҙ. Эстетика хаҡында түгел, ә именлек тураһында һүҙ алып барам. Тимәк, башҡа автотранспорт төрҙәре ғәмәлгә индерелергә тейеш. Бүтән бер ерҙә лә бындай хәлде күргәнем юҡ, — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Өфө власына, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәкселегенә яңы эш алымы уйлап табырға һәм уның тураһында хәбәр итергә бер ай ваҡыт бирҙе.


Вернуться назад