Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы22.10.2018
Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелде.

Бәхетле ата-әсә – Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсинә һәм Иҙел Хоҙайбирҙиндар. Улар ҡыҙҙарына Асель тигән исемде һайлаған.

Күп балалы был ғаиләне ҡала етәкселеге ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.


Вернуться назад