“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?19.10.2018
2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Конкурс – быйыл майҙа Президент Владимир Путиндың Указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы проекттарының береһе. Былтыр Башҡортостандан конкурста финалға сыҡҡандар сарала ниңә ҡатнашырға кәрәклеге тураһында һөйләне.

Былтыр ярышта 200 меңгә яҡын кеше һынау тотто. Еңеп сыҡҡан 103 кеше илдәге иң яҡшы идарасыларҙа – министрҙарҙа, губернаторҙарҙа, ҙур компанияларҙың топ-менеджерҙарында – стажировка үтеү мөмкинлеген алды. 300 финалсыға бер миллион һумлыҡ белем биреү гранттары тапшырылды. Улар араһында беҙҙең төбәктән ике идарасы бар. Улар – “УРАЛСИБ БАНКЫ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ипотека кредитлауын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Никита Ханенко һәм “Промнасосинжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының иҡтисади һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Юрий Лешуков.

Үҙен һынап ҡарау өсөн генә бәйгелә ҡатнашып, финалға сыҡҡан Юрий Лешуков әле грант ярҙамында Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетында белемен камиллаштыра. Әйткәндәй, факультетта проекттар төҙөүгә айырым иғтибар бирелә. Был эште студенттар 1,5 йылда башҡарырға тейеш.

“Рәсәй лидерҙары” конкурсына 24 октябргә тиклем теркәлергә мөмкин. Унда йәше 55-тән артмаған һәм кәмендә биш йыл етәкселек тәжрибәһенә эйә булған идарасылар ҡатнаша ала. 35 йәшкә тиклемгеләр өсөн шарттар тағы ла ябайыраҡ: етәксе вазифаһында ике йыллыҡ эш тәжрибәһе лә етә. Бәйгелә лидерлыҡ, һөҙөмтәгә өлгәшеү һәләте, стратегик фекерләү, командала эшләү, аралашыу һәм йоғонто яһау, үҙгәрештәр индереү, инновациялылыҡ, социаль яуаплылыҡ кеүек сифаттар баһалана. Ғаризаны конкурстың сайты аша ебәрергә мөмкин.


Вернуться назад