Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат һәм таныҡлыҡтар тапшырылды.
Төбәктә “Башҡортостан төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү” дәүләт программаһы сабыйы тыуған йәки уллыҡҡа бала алған йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ҡабул ителә. Былтыр уға ярашлы Октябрьский ҡалаһында 26 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡ алһа, быйыл ундайҙарҙың һаны – 29.
Социаль түләү республика бюджеты иҫәбенән бирелә. Ярҙам сараһы ипотеканың өлөшөн ҡаплау рәүешендә тормошҡа ашырыла (беренсе бала тыуғанда йә уллыҡҡа алғанда – 8, икенсе сабый өсөн – 12, өсөнсө һәм унан да күберәк бала тыуғанда 16 квадрат метр торлаҡ майҙанының хаҡы ҡаплана).