Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” өҫтөнлөклө проектын бойомға ашырыу Бәләбәйгә – матурлыҡ, кешеләргә шатлыҡ өҫтәгән.
Былтыр скверҙа балаларға уйын майҙансығы асылған, ә быйыл уның биләмәһен төҙөкләндереү эше башланған. Әлегәсә төрлө төҫтәге диодлы яҡтыртҡыстар, тимер эскәмйәләр, декоратив фигуралар, йәнһүрәт геройҙарының һындары ҡуйылған, сәскә сәселгән.
Ай аҙағына тиклем 30 төп йүкә ултыртырға йыйыналар.
Ошондай матурлыҡтан илһамланып, бәлки, киләсәктә ҡала халҡы “Бәләбәй йүкәләре” тигән йыр ҙа сығарыр?