Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу билдәләнде.
Әлфиә Мостай ҡыҙы һөйләүенсә, улар ошо уҡыу йортон үҙҙәренең тыуған өйөләй күрә. Мостай Кәримдең күңеленә шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ныҡ яҡын булған. Әҙипте унда ойошторолған сараларға йыш саҡырғандар.
Әлеге осрашыуҙа Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттары тапшырылды. Уларҙы Әлфиә Кәримованың ҡулынан бер төркөм уҡыу алдынғылары – Рәмзилә Ғафарова, Эмиль Мәғәсүмов, Аида Игелекова, Камилла Хужина, Арина Ширәева, Әлиә Шәйғәрҙәнова, Анастасия Килбахтина, Рузилә Әбделмәнова, Айгиз Йыһаншин һәм Илморат Ғүмәров тантаналы шарттарҙа алды.