Барҙа башҡорттары – Өфөлә19.10.2018
Пермь крайының Барҙа районы башҡорттары Өфөгә экскурсияға килеп ҡайтты. Урындағы ҡоролтай етәксеһе Ҡадирйән Зыятов етәкселегендә улар Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышты, музейҙарға йөрөнө, театрға барҙы. Сәфәр ике көнгә иҫәпләнгәйне.

Ҡоролтайҙағы осрашыуҙа барҙалар Ғәйнә башҡорттары мәҙәниәтен үҫтереү, туған телде һаҡлауға йәштәрҙе нисек йәлеп итеү тураһында һөйләште. Төбәктәге милләттәштәребеҙҙең был тәүге сәфәре түгел, шуға күрә даими эш үҙ һөҙөмтәһен биреп тора.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: кинорежиссер, журналист, яҙыусы Нәсүр Йөрөшбаев быйыл Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды.



Вернуться назад