Иглин районының Урман ҡасабаһы эргәһендәге хәрби келәттәрҙең шартлауынан һуң теүәл бер йыл үтте. Ошо арауыҡ эсендә матбуғат саралары аша ундағы халыҡтың артабанғы яҙмышы хаҡында хәбәрҙар булып торҙоҡ: зыян күргән йорттарҙы ремонтланылар, социаль инфраструктураны яңырттылар. Сағыу итеп буялған, өр-яңы балалар майҙансыҡтары менән йыһазландырылған биш ҡатлы кирбес йорттарҙың кадрҙары үҙәк телеканалдарҙы ла урап сыҡты.
Әммә Урмандағы хәлдәрҙең бик үк шәптән түгел икәнлегенә шик былтыр уҡ барлыҡҡа килгәйне. Урындағы халыҡтың төҙөкләндереү һәм матди ярҙамға бәйле властарға ҡарата дәғүәләре мәғлүм булғас, махсус хәбәрсебеҙ ҡасабала булып, хәлдең айышына төшөнөргә тырышып, күләмле мәҡәлә яҙып сыҡҡайны, бәхәсле мәлдәрҙе асыҡлағайны.
Донъяны йәмләп яҙ килгәс, тағы бер мөһим проблема мәғлүм булды: баҡһаң, фажиғә һөҙөмтәһендә 3-4 километрға һибелгән снаряд ярсыҡтарын хәрбиҙәр йыйып алып бөтмәгән, урындағы халыҡ әле бында, әле тегендә хәүефле табылдыҡтарға юлыға. Был хәл анһат ҡына кеҫә ҡалынайтырға маташыусыларҙы ла әүҙемләштергән: төҫлө металл эҙләүселәрҙе ҡасаба тирәһендә йыш осратырға мөмкин. Мәҫәлән, күптән түгел полиция хеҙмәткәрҙәре 24 йәшлек берәүҙе ҡулға алған, уның йортонда 1,5 килограмм дары, ҡул гранатаһы табылған. Шулай уҡ элекке хәрби база биләмәһендә снаряд ҡалдыҡтары эҙләгән ике ир тотолған.
Хәүефһеҙлек бер бәлә булһа, матди ярҙам күләме менән риза булмаусыларҙың күплеге – икенсе мөһим мәсьәлә. Урындағы халыҡ вәғәҙә ителгән аҡсаны әлегәсә күрмәүен, властарҙың уларҙың аяныслы хәленә күҙ йомоп ҡарауын белдерә. Үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү өсөн улар хатта 16 майҙа М-5 федераль трассаһын ябыу менән янай.
Район етәкселеге әйтеүенсә, быға тиклем йортон һәм мөлкәтен юғалтҡан 111 ғаилә тулыһынса компенсация алған, ә исемлектә йәмғеһе – 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт (был 2 меңдән ашыу кешенең ихтыяжын белдерә). Компенсацияларҙың ваҡытында түләнмәүен власть вәкилдәре кешеләрҙең документтарҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тултырмауы менән аңлата. Шулай уҡ Урман ҡасабаһына бер ниндәй ҡағылышы булмағандар ҙа, дөйөм шау-шыуҙан файҙаланып, өлөш алып ҡалырға тырыша, имеш...
Әле республика етәкселеге Рәсәй Оборона һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарына өҫтәмә матди ярҙам күрһәтеү тураһында мөрәжәғәт әҙерләй. Зыян күреүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.
Г. САЛАУАТОВА.