“Ауылға изге эш” йышыраҡ килһен19.10.2018
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2018 йылдың 15 сентябренән 1 ноябренә тиклем “Ауылға изге эш” тип аталған акция иғлан иткәйне. Ай ярым ваҡыт эсендә Бөтә Рәсәй өмәһе илдең 85 төбәгендә, фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән тәьмин ителгән меңдән ашыу тораҡта үтте.

Беҙҙең республиканың табиптары, белгестәре һәм ирекмәндәре лә был мөһим саранан ситтә ҡалманы. Акция Стәрлебаш, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Көйөргәҙе, Белорет, Баймаҡ, Туймазы һәм Архангел райондарында урынлашҡан 15 фельдшер-акушерлыҡ пунктында дәррәү уҙҙы.

Көйөргәҙеләр проектты тәүгеләрҙән булып күтәреп алды. Күмертау ҡала дауаханаһы белгестәре Салауат медицина колледжы студенттары менән берлектә Айсыуаҡ һәм Шабағыш ауылдарының ФАП-тарында өмә үткәреп, биләмәләрҙе, биналарҙы тәртипкә килтерҙе, бюллетендәр әҙерләне, халыҡ менән аралашты, санитария-гигиена темаһына лекциялар һөйләне.


Вернуться назад