Йөҙйәшәр инәйҙең тормош серҙәреҠабаҡ ауылының ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән, шунда хеҙмәт иткән Ғәзизә Ғәлиуллина күптән түгел йөҙ йәшен билдәләне. Бөгөн ул Иҫке Муса ауылында кинйә ҡыҙы Динә һәм кейәүе Илдар Мөхәмәтйәровтар менән бергә йәшәй. Йөҙйәшәр инәйҙе ғүмер байрамы менән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәләре генә түгел, тотош район халҡы, етәкселәр ҡотланы.
Ғәзизә Мәғәсүм ҡыҙының күргән-кисергәндәре тураһында китап яҙырлыҡ. Алтмыш бер йыллыҡ хеҙмәт стажы дәүерендә ниндәй генә эш башҡармаған ул! Һөҙөмтәлә бик күп баһаға лайыҡ булған, 17 миҙалы, рәхмәт хаттары, грамоталары бар. Исеме “Һуғыш йылдарында тыл эшсәндәренең хеҙмәте” тигән ике китапта мәңгеләштерелгән. Ғәзизә инәй был баҫмаларҙы һандыҡ төбөндә ҡәҙерләп һаҡлай.
Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары эш менән үтә, мәктәптә уҡыу эләкмәй. Шулай булһа ла, үҙаллы хәреф танырға, яҙырға өйрәнә. Ғәрәпсә лә, латинса ла, яңыса ла уҡый белә. Ун ике йәшенән ҙур тырма тотоп, баҫыуҙа бесән, һалам йыя, көлтә бәйләй, ураҡ ура. Һуғыш йылдарында тылда күргән михнәттәрен әле булһа онота алмай.
– Әхирәттәрем Рәшиҙә, Мәрйәм, Гөлнәзирә менән бригадир ҡайҙа ҡушһа, шунда беренселәрҙән булып йөрөнөк, – ти ул. – Өлкәндәр беҙҙе ағас йығырға, бысырға, һал бәйләргә өйрәтте. Ағиҙел йылғаһы буйлап һалда ҡурҡа-ҡурҡа ағып барған мәлебеҙ әле лә иҫемдә. Белореттағы Зөйәк урмандарында һуғышҡа ебәрелмәй ҡалған ир-ат менән бергә билдән ҡар кисеп ағас йығыр инек.
1943 – 1945 йылдарҙа ат ҡараусы булып эшләнем. Ҡыш малдарға һыу эсерергә тип Ағиҙелгә төшөрәм. Лом менән мәке уйып, уны таҙартҡанда, ҡулдар туңып бөтә торғайны. Алып ҡайтҡанда ат аслыҡтанмы икән йығылһа, торғоҙа алмай ыҙалана инем. Миңә ярҙамға Сафия абыстай сыға, унан Исламетдин ағайҙы саҡырабыҙ.
Еңеү хаҡында ишеткәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Тиҙ генә мейестә икмәк һалып, кешеләр йыйып, Ҡөрьән уҡыттыҡ…
Йәшләй әсәйһеҙ, атайһыҙ тороп ҡала ҡыҙ. Бәхетенә күрә, Исмәғил, Ибраһим ағайҙары һуғыштан иҫән-имен, күкрәктәре тулы миҙал менән ҡайтып төшә. Уларҙың һеңлеләренә ярҙамы бик ҙур була.
Бер урамда йәшәгән Сафиулла исемле егеткә кейәүгә сығып, матур тормош ҡора Ғәзизә. Нурсилә, Нәфисә, Динә исемле ҡыҙҙар, Әнүәр тигән ул үҫтерәләр. Сафиулла Ғөбәйҙулла улы балта оҫтаһы, умартасы була. Ауыл еренә хас булғанса, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтерә Ғәлиуллиндар. Балаларын да тәртипле, итәғәтле, уңған итеп тәрбиәләйҙәр.
Әлбиттә, ғүмер юлы гел ыңғай, күңелле мәлдәрҙән генә тормай. Уның михнәттәрен күп татый Ғәзизә инәй ҙә. Шулай ҙа түҙә, һәр ауырлыҡты Аллаһ Тәғәләнең һынауы тип ҡабул итә. Оҙон ғүмерҙең серен ошолай аңлата:
– Юҡ-барға ҡыҙып бармаҫҡа, сабыр булырға кәрәк. Һәр нәмәнең ыңғай яҡтарын күрергә тырышыу мөһим. Сәләмәтлектең төп нигеҙе – нервыларҙы һаҡлау. Мин бер ҡасан да кеше менән талашып, һүҙгә килешеп йөрөмәнем, асыу тотманым. Ғәйбәт һөйләгәнгә ҡушылманым, ундайҙарға иғтибар итмәнем. Ғүмерем эштә үтте. Гел хәрәкәттә булдым, ныҡлап ҡартайғансы икешәр һыйыр аҫраным, һарыҡтарым булды, күп итеп картуф үҫтерҙем.
– Әсәйем тынғыһыҙ кеше, – тип һүҙгә ҡушылды ҡыҙы Динә Сафиулла ҡыҙы. – Әле булһа ярҙамлаша, һауыт-һабаны йыуып ҡуя. Шулай уҡ гәзит уҡырға ярата. Дауаханаға йөрөгәне булманы. Берәй ере ауыртһа, үҙе имләй, балаларҙы күҙ тейеүҙән өшкөрә.
Өлкән йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, инәйҙең зиһене һәйбәт, яҡшы ишетә һәм күрә. Алда әйтелгәнсә, гәзит уҡый, телевизор ҡарай. Быйыл йәш килене Илмира менән хатта ураҙа ла тотҡандар.
– Аллаһ Тәғәлә балаларыбыҙға бәхет бирһен, донъялар имен торһон, – тип көн дә теләп тора Ғәзизә Мәғәсүм ҡыҙы.