Уйҙырмаға ышанмағыҙ! Зыянһыҙ алкоголле эсемлек булмай!19.10.2018
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла өс миллиондан ашыу кеше алкоголле эсемлектәр ҡулланып үлә. Шулай итеп, һәр 20-се үлемдең сәбәбе ошо. Яҡты донъяны ташлап киткәндәрҙең дүрттән өс өлөшө – ир-ат.

Кешеләрҙең үҙ-үҙенә зыян кил­тереүе бер, шул уҡ ваҡытта улар­ҙың насар ғәҙәте байтаҡ ғаиләнең тарҡалыуына, балаларҙың бәхет­һеҙлегенә килтерә, тап эскелек арҡаһында ҡот осҡос енәйәттәр ҡы­лына. Унан тыш, алкоголле эсемлектәр психик һаулыҡты ҡаҡшата, инсульт, яман шеш кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың сәбәпсеһе булып тора.

Уларҙы ҡулланғанға күрә, яҡты донъя менән хушлашҡандарҙың 28 проценты – төрлө йәрәхәттәрҙән, 21 проценты – аш һеңдереү ағза­лары проблемаларынан, 19 проценты – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, ҡалғандары инфекция­ларҙан, яман шештән, психик сәләмәтлеге ҡаҡшауҙан үлеп ҡалған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре билдәләүен­сә, эскелеккә ҡаршы көрәш һәр дәүләттә киң йәйелдерелергә, был мәсьәлә ил етәкселеге иғтибарында булырға тейеш.

Һандарға килгәндә, донъяла 46 миллион ҡатын-ҡыҙ, 237 миллион ир-ат алкоголле эсемлектәр менән артыҡ мауыға. Шуныһы ла бар: ғәҙәттә, был яман ғәҙәт юғары килемле илдәрҙең вәкилдәре араһында йышыраҡ тарала.

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, респонденттарҙың 51 проценты шараптың бер зыяны ла юҡ тип иҫәпләй. Әйткәндәй, юғары белемлеләрҙең 61 проценты ошо уйҙырмаға ышана. Яуап биреүсе­ләрҙең 14 проценты араҡы һәм һыраны ла зыянһыҙ эсемлектәр рәтенә индерә.

Шул уҡ ваҡытта ыңғай күренеш тә бар: алкоголле эсемлектәрҙе бөтөнләй ҡулланмаған, айыҡ тормош алып барғандарҙың һаны йылдан-йыл арта. Әгәр статистика мәғлүмәттәренә таянһаҡ, илебеҙҙә халыҡтың өстән бер өлөшөнән күберәге алкоголле эсемлектәрҙе бөтөнләй ҡулланмай.


Вернуться назад