Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме китап уҡығаны тураһында мәғлүмәт туплай торғайны. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың да, китапханасының да был йәһәттән ҡыҙыҡһыныуы көслө булды. Улай ғына ла түгел, әҫәрҙең йөкмәткеһен дә һөйләтә торғайнылар әле. Айырыуса оҙон тәнәфес ваҡытында китапхана балалар менән тулы, китап алырға сират хасил булыр ине.
Ә бөгөнгө малайҙар һәм ҡыҙҙар китап уҡыймы? Ошо турала һөйләүен үтенеп, Хәйбулла районының Һамар урта мәктәбе китапханасыһы Гөлнара Кәримоваға мөрәжәғәт иттек.
– Балаларҙың күбеһендә кеҫә телефонының ябайы түгел, замансаһы булыуға ҡарамаҫтан, улар мәктәп китапханаһына ихлас йөрөй, – тине Гөлнара Зиннур ҡыҙы. – Уның сәбәбе бер нисә. Беренсенән, китапты ҡулға тотоп, битләп уҡыу аша белем тупларға саҡырабыҙ, быны аңлап ҡабул итәләр. Икенсенән, төрлө сараларҙы бында ойошторғас, китапхана ишегенең ябылғаны юҡ. Мәҫәлән, беҙҙә иҫтәлекле даталарға бәйле осрашыуҙар бик йәнле үтә. “Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр”, “Китап – белем шишмәһе” ише мәҡәл-әйтемдәр аша даими рәүештә ғилемгә өндәйбеҙ, әсбаптарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән төрлө кисәләр уҙғарабыҙ.
Педагогтар балалар күңеленә китапҡа һөйөү тойғоһон бәләкәстән һалыу мөһимлеген билдәләй. Шуға ла башланғыс класс уҡыусыларына иғтибар айырыуса ҙур. Улар күберәк һүрәтле журналдарҙы уҡырға ярата, энциклопедияларҙы өйрәнә. Гөлнара Кәримованың әйтеүенсә, донъяны танып белеүгә ҡоролған әсбаптарҙы балалар нығыраҡ үҙ итә.
Китапхана – мәғлүмәт үҙәге. Уның һәр йәһәттән асыҡлығы, шул уҡ ваҡытта китапханасының киң даирәле булыуы мөһим, был – балалар файҙаһына. Ошо яуаплы вазифаны биләгән хеҙмәткәрҙең мөҡәддәс бурысы – ҡыҙ һәм малайҙарҙы китапханаға мөмкин тиклем күберәк ылыҡтырыу, өҫтәүенә уҡыуға дәртләндереү.
– Хәҙер, белеүегеҙсә, мәғлүмәт күп, ул төрлө яҡтан килә. Уны күңел аша үткәрә белергә кәрәк. Кәрәккәне бар, ярамағаны ла килеп инә, тигәндәй. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге балалар заман технологияларын белеү йәһәтенән күпкә алға киткән, шуны оноторға ярамай. Интернет селтәре һәр китапханала булырға тейеш, – ти әңгәмәсем.