Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын ҡотлауы һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Тантанаға саҡырылғандар араһында Өфө ҡалаһындағы 5-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, быйыл үҙ һөнәрҙәштәре араһында ойошторолған республика конкурсында еңеү яулаған Нурзилә Нәҙерғолованы күреү бәхетенә өлгәшкәйнек. Педагогтар ғаиләһендә үҫкән замандашыбыҙ белдереүенсә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу белемде арттырып ҡына ҡалмай, ә яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табыуға булышлыҡ итә. Республика парламентынан юғары награда алыуы иһә алға ҡуйылған маҡсаттарын тағы ла киңәйткән.
Һуңғы йылдарҙа, белеүебеҙсә, белем усаҡтары, үҙ сиратында педагогтар үҙгәрештәр солғанышында йәшәй һәм эшләй. Был йәһәттән 5-се лицей “Беҙҙең яңы мәктәп” тигән милли мәғариф йүнәлешенә ҡараған белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттарына күсеү осорон башланы. Бында төрлө өҫтөнлөклө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Быуат башында уҡ уҡыусыларҙың ғилми берекмәһе булдырылған, һөҙөмтәлә 200-ҙән ашыу бала фән менән шөғөлләнә. Егет һәм ҡыҙҙарҙың республика ғына түгел, ә федераль кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулауы – оло ҡаҙаныш.
Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, 5-се лицейҙың директоры Альмира Зарипованың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындағы 130 педагогтың яртыһы – йәштәр, 2017/18 уҡыу йылында ғына коллективты Яна Старцева менән Эмиль Сәғитов (рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары), Эрик Нәзиров (математика) һәм Лиана Ғөбәйҙуллина тулыландырған. Лицейҙа барлығы ике меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, XI кластан Анастасия Нестерова – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы стипендиаты.