Ҡырым халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ19.10.2018
Керчтағы фажиғәгә бәйле Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителде. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы “ҡыҙыу элемтә” ойошторҙо. Уның телефоны: 8 (3652) 55-09-05. Шулай уҡ +7(36561) 2-20-44 “ҡыҙыу элемтә” номеры буйынса 1-се Керчь ҡала дауаханаһына шылтыратып, зыян күргәндәрҙең хәле тураһында белешергә мөмкин. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ваҡиғаны ентекле тикшереүҙе талап итте.

“Ҡырыминформ” порталы мәғлү­мәттәренә ярашлы, урындағы политехник колледжда шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булған һәм 50-нән ашыуы яраланған, күпселекте уҡыусылар тәшкил итә. Уҡытыусыларға һәм тиҫтерҙәренә ҡаршы утты 4-се курста белем алған 18 йәшлек Владислав Росляков асҡан. Теракттан һуң ул үҙ-үҙенә ҡул һалған. Мәғлүмәткә ярашлы, студенттың ғәҙәттән тыш хәл ҡылыу өсөн бер сәбәбе лә булмаған. Асыҡланыуынса, ул ҡорал менән мауыҡҡан.

Башҡортостан Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым Башлығы Сергей Аксеновҡа, ҡайғыны уртаҡлашып, телеграмма ебәрҙе. “Ҡот осҡос фажиғә тураһындағы хәбәр республика халҡын тетрәндерҙе. Туғандаш Ҡырым халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек һәм рух көсө насип итһен”, – тиелә телеграммала.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы авиацияһы зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн ҡотҡарыусыларҙы, психологтарҙы, табиптарҙы урынға илтте. Ил-76 самолеты Симферополгә шулай уҡ кәрәкле медицина ҡорамалдарын да килтерҙе. Бынан тыш, Сочиҙан һәм Дондағы Ростовтан Ми-8 вертолеттары Керчь аэропортына ултырҙы. Ҡырымда һәләк бул­ғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең туғандары менән белгес-психологтар эшләй. Рәсәй Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кешеләр, нигеҙҙә, атыу һөҙөмтәһендә һәләк булған. Урында оператив тәфтиш төркөмө эшләй.
Әле Өфөләге мәктәптәр һәм балалар баҡсалары тикшерелә, хәүеф­һеҙлек саралары көсәйтелә.


Вернуться назад