Рәсәй Президенты В. Путиндың яңы вазифаһындағы тәүге указдарының береһе Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына бәйле һуғыш ветерандарына ҡағылышлы булды. Май һәм июндә уларға бер тапҡыр өҫтәмә түләү биреләсәк.
Һуғыш инвалидтарына һәм яуҙа ҡатнашҡандарға, һәләк булып ҡалғандарҙың, вафат булған инвалидтарҙың тол ҡатындарына, ҡамауҙағы Ленинградта йәшәгәндәргә, һауа һөжүменә ҡаршы объекттар һәм оборона ҡоролмалары төҙөлөшөндә эшләүселәргә, фашизм тотҡонлоғон кисергән бәлиғ булмағандарға 5 мең һум күләмендә өҫтәмә бирелә.
Ә тыл эшсәндәренә, һуғыш осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден һәм миҙалдары менән наградланыусыларға, концлагерҙарҙа, төрмәләрҙә тотолғандар өсөн 1 мең һум ҡаралған.
Бер нисә категория буйынса өҫтәмә алырға хоҡуҡлы граждандарға ҙурыраҡ күләмендәгеһе бирелә.
Республикала 30 меңдән ашыу һуғыш ветераны 5 мең, ә 76 меңдән ашыуы 1 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ. Башҡортостанда бер тапҡыр бирелгән әлеге түләүҙең дөйөм күләме 230 миллион һум тәшкил итә.
“Һуғышта ҡатнашҡандарҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындарына, үҙҙәренең статусын раҫлатыу өсөн йәшәгән урыны буйынса Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк”, — тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.
М. ХАРИСОВА.