Республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Виктор Севостьянович Лошак үҙенең 95 йәшен билдәләне.
Ул 1962 – 1963 йылдарҙа Башҡорт Совет Халыҡ Комитетының Аҙыҡ сәнәғәте идаралығын етәкләй, 1963 – 1988 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Һөт сәнәғәте идаралығы начальнигы булып эшләй.
Виктор Севостьянович Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн I, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары һәм дүрт тапҡыр БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек тармағы хеҙмәткәре исемен йөрөтә.
Юбилейы алдынан беҙ ветеран менән осраштыҡ. Уның һуғыш йылдары һәм Башҡортостанда ауыл хужалығы үҫеше хаҡындағы уй-фекерҙәре менән гәзитебеҙҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ.