Кисә Керчь политехник колледжында шартлау булған. 18 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50 яраланған, уларҙың күпселеге – үҫмерҙәр. Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт асыҡлана, тип хәбәр итә ТАСС. Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителгән.
Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, металдан предметтар менән тултырылған ҡулдан эшләнгән ҡоролма шартлаған. Тәфтиш комитеты теракт статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.
Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов белдереүенсә, терактта 4-се курс студенты ғәйепләнә, ул ошо хәлдән һуң үҙ-үҙен атып үлтергән. Һуңынан шартлау тураһында енәйәт эше үлтереү статьяһына алмаштырылған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шартлау менән бәйле ҡыҙыу элемтә ойошторҙо — 8 (3652) 55-09-05.