Ҡара көҙгә аяҡ баҫтыҡ18.10.2018
Аҙна аҙағында Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Бөгөн төньяҡ-көнбайыштан талғын ел иҫәсәк, урыны менән көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +1, -4, көндөҙ +2, +7 тирәһе, көнсығыш райондарҙа -2 градусҡаса һыуытасаҡ.

Иртәгә ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, һауа температураһы төндә +3, -2, көндөҙ +7, +12 градус буласаҡ.

Шәмбелә бер аҙ ямғыр яуыр тип күҙаллана. Һауа температураһы төндә +1, +6, көндөҙ +7, +12 градусты күрһәтәсәк.




Вернуться назад