Хәүефһеҙлек саралары күрелә18.10.2018
Кисә Ҡырымдағы Керчь ҡалаһындағы политехник колледжда шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк була, 50-гә яҡыны яралана. 18 йәшлек 4-се курс студенты Владислав Росляков һабаҡташтарына ҡоралдан ут аса һәм аҙаҡтан үҙ-үҙен үлтерә. Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителде.

Ошондай фажиғә ҡабатланмаһын өсөн, Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында биналар тикшерелә, хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.




Вернуться назад