Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бинаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән тыл эшсәндәре күтәргән мәсьәләләрҙең күбеһе торлаҡҡа ҡағылды.
Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ветерандарҙың береһе коммуналь фатирҙа сит кешеләр менән көн итеүгә зарланған. 90 йәшен тултырған яугир инвалид күршеләренең бөткөһөҙ низағынан, шау-шыуҙан, тәртипһеҙлектән арыған. Күп тапҡыр мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, мәсьәлә әле булһа хәл ителмәгән.
Баш федераль инспектор Петр Капишников, эште Өфө ҡалаһы прокуратураһы үҙ ҡарамағына аласаҡ, ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге ҡараласаҡ, тип ышандырҙы.
Ветерандарҙы торлаҡ мәсьәләһе генә борсомай. Әйтәйек, уларҙың береһе ҡолаҡ аппаратының сифатынан ҡәнәғәт түгел. Икенсе группа инвалиды аппаратты ярты йыл көткән, әммә алғас та файҙаһын күрә алмаған.
Ҡабул итеүгә килгән ололар шулай уҡ Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы фатирҙарҙа үткәрелгән ремонттың сифатына, Республика госпиталенә дауаланыуға урынлашыуҙың ҡыйынлығына зарланды. Петр Капишников, мәсьәләләрҙең барыһы ла контролгә алынып, яҡын арала хәл ителәсәк, тип вәғәҙә итте. Сараның аҙағында ветерандарға ҡотлау һүҙҙәре еткерелде, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.