– Һаумыһығыҙ!
Ауыл урамы буйлап ҡупшы кейенгән алсаҡ йөҙлө ҡыҙ атлай. Юлда осраған һәр береһе менән йылмайып, итәғәтле итеп иҫәнләшә. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Айзилә Аллабирҙина ул.
Күкһел ҡая-тауҙары менән дан алған Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫә Айзилә. Кескәй саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ мәктәптән һуң Белорет педагогия колледжының инглиз теле бүлегенә һынау тота. Төплө белемле абитуриент имтихандарҙы “йырлап” бирә. Ә уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас, ошо ауылға эшкә килә.
Әлбиттә, тәүҙә коллектив нисек ҡабул итер, ете-ят ергә өйрәнеп китә алырмынмы, тип борсола.
Хәҙер Айзилә, халыҡ әйтмешләй, ялан яғына килеүенә һис тә үкенмәй. Тырыш, эҙләнеүсән ҡыҙҙы коллективта хөрмәт итәләр.
– Беҙҙең Айзилә килеп инһә, уҡытыусылар бүлмәһе яҡтырып киткәндәй була, нур сәсеүсе йондоҙ һымаҡ ул , – тиҙәр уның тураһында. -– Иң мөһиме: ул барыһы менән уртаҡ тел таба, үҙ эшенә ғашиҡ, шуға ла үҙен уҡыусылар ярата, дәрестәрен көтөп алалар. Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп уҡыуын дауам итә.
– Уҡыусыларым һәйбәт, аҡыллы, инглиз телен ихлас өйрәнә, – ти ҡыҙ, ҡәнәғәт йылмайып.
Төн. Күпселек халыҡ күптән татлы йоҡоға талған. Тик Айзилә Сәғит ҡыҙы йәшәгән йортта ғына һаман ут яна. Йәш уҡытыусы дәрескә әҙерләнә.
Венер ИСХАҠОВ