Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған кисә уҙғарыла. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ғафури районы хакимиәте, ғафуриҙарҙың Өфөләге яҡташтар ойошмаһы үткәрә.
Нияз Мәжитов – Көньяҡ Уралда урта быуаттарҙағы күмәк археологик ҡомартҡыларҙы асҡан һәм тикшергән тарихсы-археолог ҡына түгел, шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та танылыу яулаған шәхес. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге рәйесе, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы, “Проблемы Востоковедения” фәнни журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, “Башҡортостан Республикаһының Археология йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһының почетлы ағзаһы булды.