Эш кәрәкһә...18.10.2018
23 октябрҙә Өфө ҡалаһының Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләләренә арналған “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора.

Үҙәк белгестәре бындай граждандарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле һорауҙарға яуап бирәсәк, был тәңгәлдәге квоталар, ташламалар тураһында һөйләйәсәк, баш ҡала предприятие һәм ойошмаларындағы эш урындары менән таныштырасаҡ.

“Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 8 (347) 279-06-56. Шылтыратыуҙар көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кәсә ҡабул ителә.



Вернуться назад