Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша.
Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем ала, төрлө яҡлап үҫешкә, камиллыҡҡа ынтыла, шул уҡ ваҡытта йөрәктәре изгелеккә, миһырбанлыҡҡа асыҡ. Сәм дә, ғәм дә етерлек үҙҙәрендә. Донъяға яратып баҡҡан, һәр көнөн файҙалы уҙғарырға, хәйерле эштәргә арнарға тырышҡан Әлиә Әбдрәшитова ла – тап шундай һәләтле, талантлы, рухлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.
Гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫә ул. Әлиәгә алты ғына йәштә яҙмыштың ҡара еле ғаиләләренә уңалмаҫ ҡайғы алып килә – атайҙары мәрхүм була. Нурикамал апай ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшмәҫ, кешенән кәм йәшәмәҫ өсөн балаларына бауыр баҫа.
“Әсәйем Балалар сәнғәт мәктәбенә етәкләп алып барғанда, уҡырға ла төшмәгәйнем әле. Шунан алып бейеү тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде”, – ти Әлиә. Бейеү серҙәренә төшөндөргән тәүге уҡытыусылары Флүрә Батыр ҡыҙы Мырҙағолова менән Марсель Камил улы Мөхәмәтғәлиндәргә ҡарата күңелендә оло рәхмәт тойғоһо һаҡлай ул. Өлгөлө “Осҡон” һәм “Ялҡын” ансамблдәре менән ҡайҙа ғына сығыш яһарға тура килмәй, хатта Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа уңыш ҡаҙаналар.
Әлиә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын, бер ыңғай башланғыс белем биреү бүлеген тамамлай. Уҡыу осоронда университеттың “Ҡорос” халыҡ театрында, “Һомай” дефиле-театрында ихлас шөғөлләнә. Йәш, дәртле сағының бер минутын да бушҡа үткәрмәҫкә тырыша ҡыҙ: билдәле сәсәниә Розалиә Солтангәрәева етәкселегендәге “Йәш сәсәндәр мәктәбе”нә йөрөй, “Байыҡ” телевизион конкурсында сығыш яһап, еңеү яулай, шиғырҙар ижад итә, иптәштәре менән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, “Изгелек” хәйриә фонды уҙғарған сараларҙа теләп ҡатнаша.
Быларҙан тыш, Әлиә үҫмер сағынан үҙен төрлө гүзәллек бәйгеләрендә лә һынап ҡарай. 2011 йылда “Бөрйән һылыуҡайы” булып таныла, “Һылыуҡай-2015” республика конкурсында махсус номинацияла билдәләнә, “Урал аръяғы гүзәле” бәйгеһендә беренсе урынды яулай, ә быйыл “Топ-модель Өфө” титулына эйә була. “Бындай сараларҙа ҡатнашыу, шулай уҡ “Һомай” дефиле-театрында шөғөлләнеү үҙемә ышанысты арттыра, нәзәкәтлеккә, матурлыҡҡа, тән сәләмәтлегенә ынтылыш тәрбиәләй”, – ти Әлиә.
Бөгөн Әлиә Әбдрәшитова Республика инженер лицей-интернатында ритмика дәрестәрен алып бара, “Һомай” студияһының филиалын булдырып, ҡыҙҙарҙы гүзәллек, нәзәкәтлек серҙәренә төшөндөрә. “Бала саҡтан күңелем сәнғәт тигән илаһи донъяға тартылды, әммә һөнәр һайлағанда әсәйемдең кәңәшен тоттом. Бөгөн ошо ике өлкәне берләштереүем менән бәхетлемен. Балаларҙы ныҡ яратам, улар менән эшләү оҡшай”, – ти йәш белгес.
Уҙып барған йыл Әлиәнең тормошонда айырыуса матур ваҡиға менән иҫтә ҡалмаҡсы. Күптән түгел бала саҡтан айырылмаҫ дуҫы, күршеһе булған Филүс исемле егет уға тәҡдим яһаған. Йәштәр ноябрҙә мөнәсәбәттәрен никах менән нығытырға йыйына.
– Бергә уйнап үҫтек, бер ансамблдә бейенек. Һәр саҡ бер-беребеҙҙе яҡшы дуҫтар тип һананыҡ, был дуҫлыҡтың мөхәббәткә әйләнеүен әле килеп таныныҡ. Беҙҙең мөхәббәт тарихы үҙе бер китап яҙырлыҡ, – тип көлә Әлиә, күҙҙәрендә бәхет осҡондары балҡытып.
“Ир бала – илгә терәк, ҡыҙ бала – илгә биҙәк”, – ти халҡыбыҙҙың аҫыл әйтеме. Әлиә кеүек ил биҙәге булыр ҡыҙҙарыбыҙ барҙа милләтебеҙҙең иртәгәһе көнөнә өмөт-ышаныс арта.
Әлиәнән кәңәштәр* Бер ҡасан да битемде һабын менән йыумайым. Бының өсөн төрлө тониктар, битте таҙалау өсөн тәғәйен һөттәр ҡулланырға кәңәш итәм.
* Һәр иртәне бүлмә температураһындағы бер стакан һыу эсеүҙән башлайым.
* Тән һығылмалылығын, буй-һын матурлығын һаҡлау өсөн үҙегеҙгә ҡулай физик күнекмәләр эшләгеҙ. Мин әлеге ваҡытта “вакуум” техникаһы буйынса шөғөлләнәм.
* Йоҡлар алдынан аяҡтарҙы йылы (хатта бер аҙ эҫерәк) һыуҙа тотһағыҙ, барлыҡ арыуығыҙ юҡҡа сығыр, тәнегеҙҙең ауыр эш көнөнән һуң рәхәт иҙрәүен тойорһоғоҙ. Һуңынан крем һөртөп ҡуйығыҙ.
* Йылмайығыҙ! Йылмайған кеше һәр саҡ матур, һөйкөмлө күренә.