Нуғайҙарҙың шатлығы17.10.2018
Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға иҫәпләнгән төп уҡыу корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Ул – өр-яңы дөйөм белем биреү учреждениеһының һуңғы сираты. Мәктәп өс блоктан торған дүрт ҡатлы бинала урынлашҡан.

Белем усағы төҙөлөшө ике сиратта алып барылды. Былтыр 300 урынлыҡ корпус сафҡа индерелде. Унда башланғыс һәм өлкән кластар блогы, 1 250 урынлыҡ ашхана, ике спорт залы, кейем алмаштырыу, душ, санитария-көнкүреш бүлмәләре, табип, процедуралар, прививкалар, стоматолог кабинеттары, 480 урынлыҡ тамаша залы, административ һәм инженерлыҡ бүлмәләре, күптән түгел файҙаланыуға тапшырылған бинала иһә уҡыу кластары урынлашҡан. Төҙөкләндерелгән биләмәлә футбол, волейбол өсөн спорт майҙансыҡтары, йүгереү юлы, теннис корты, тренажерҙар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары бар.
Нуғай ауылындағы мәктәп ҡаланың Октябрь районында уҡыу урындарына ҡытлыҡты бөтөрәсәк. Бында әле ете беренсе класс ойошторолған.


Вернуться назад