Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй.
Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне берҙәй яулауына хайран ҡалырлыҡ. Эльвира Әсфәндиәрова ла үҙендә бер нисә һөнәрҙе туплаған, иңенә әллә күпме бурыс йөкмәгән. Хәйер, үҙе әйтмешләй, ул тормош йәмен һәм тәмен нәҡ орсоҡ кеүек әйләнеп йөрөп, мең мәшәҡәтте башҡарыуҙа, һәр саҡ хәрәкәттә булыуҙа таба.
Шуныһы бигерәк тә үҙенсәлекле: Эльвираның бер эше етди бурыс атҡарған учреждениела булһа, икенсе шөғөлө – күңел асыу, ял итеү өлкәһендә.
Атап әйткәндә, ул холоҡ төҙәтеү колонияларында иркенән мәхрүм ителгәндәрҙе биологиянан уҡыта.
Эльвираның был һөнәргә килеүе үҙе үк ҡыҙыҡлы. Башта ул Салауат педагогия колледжында коррекцион педагогика серҙәрен өйрәнһә, Стәрлетамаҡҡа килгәс, белем алыуын юғары уҡыу йортоноң тарих факультетында дауам итә. Әммә бер мәл теүәл фәндәрҙе үҙләштерергә тотона. Ғөмүмән, Эльвира тормошон ҡырҡа бороп ебәрергә бер ҡасан да аптырап тормай. Бындай аҙымға, боролоштарға күптәр һәләтле булыу түгел (бәлки, һәләтле булһалар ҙа), уйларға ла ҡурҡҡанда, уның тормошо үрнәк булырҙай.
– Мин химиянан да уҡыта алам, – тип тә өҫтәй ул.
Эльвира Әсфәндиәрованың икенсе шөғөлө кешеләрҙе йырлатыуҙа, бейетеүгә ҡайтып ҡала. Ул туйҙарҙа, юбилейҙарҙа тамада булып эшләй. Был һөнәре лә ҡыҙыҡлы, осраҡлы рәүештә, көтмәгәндә килеп сыға. Билдәле, атаһына оҡшап, телгә оҫта, һүҙгә маһир, баянда уйнауға әүәҫ ҡыҙ мәктәптә уҡығанда КВН уйындарынан, байрамдарҙан ситтә ҡалмай. Сценарий авторы ла, алып барыусыһы ла, йырлаусыһы ла – үҙе. Сәнғәт юлынан китһә лә уңыш ҡаҙаныр ине, бәлки, әммә бала саҡ хыялы бар бит әле. Ошо хыялға, уҡытыусы булыу теләгенә тоғро ҡала ҡыҙ.
Хәйер, бер шытып сыҡҡан һәләт ҡороп ҡаламы һуң: барыбер сәхнә тип яна Эльвира, гөрләтеп туйҙар үткәрә. Колледж тамамлағас, үҙе етеҙ, үҙе алсаҡ ҡыҙға сығарылыш кисәһен үткәреүҙе ышанып тапшырып ҡуялар. Кисә шул тиклем оҡшай уҡытыусыларға, хатта саҡырып, үҙҙәренең юбилейҙарын алып барыуын үтенә башлайҙар. Ана шулай “боҙоҡ телефон” ярҙамында тамада Эльвира Әсфәндиәрова даны тарала. Нисек кенә булмаһын, хәҙер инде уның туй үткәреүен теләһәң, ярты йыл алдан яҙылырға тура килә…
– Алдан әҙерләнәм, һәр кемдең күңел донъяһын өйрәнеп, уның холоҡ-фиғеленә ҡарап һүҙ ҡушам, бейетәм, йырлатам, – тип ижад серен сисә алып барыусы. – Кәрәк икән, артистарҙы, фокуссыларҙы ла саҡырам. Әммә ҡунаҡтарҙың күңеле булыуы-булмауы өсөн барыбер үҙем яуаплы.
Төрлө яҡлап өлгөр, тырыш Эльвираның концерттар ойоштороуы, сәхнәгә сығып йырлауы, конкурстарҙа ҡатнашыуы хаҡында ла әйтергә булыр ине. Әлегә бер генә ҡыҙыҡлы хыялын һәм уға өлгәшеүен әйтеп үтәйек. Эльвира ҡасандыр парашют менән һикерергә хыяллана һәм быйыл яҡындарынан әрләнеп тә, һоҡландырып та был эшен атҡарып ҡуя. Йәнә, афарин!
Ә шулай ҙа барыһынан бигерәк Эльвира Әсфәндиәрованың артабанғы уңыштары, хыялдары ҡиммәт. Ҡасандыр ул ғаиләһе, үҙ балалары булыуы тураһында хыяллана ғына алған, сөнки күреү һәләте ныҡ насарайып киткән, һәм операциянан һуң табиптар бала тапҡанда бөтөнләй һуҡырайыу ҡурҡынысы барлығын еткергән. Бына бит, Аллаға шөкөр, был йәһәттән дә еңеүсе Эльвира: Рөстәме менән Айҙар һәм Азалина исемле шап-шаҡтай малай-ҡыҙ табып үҫтерәләр.
– Барлыҡ шөғөлдәрем, эштәрем ғаиләм, балаларым хаҡына, – ти замандашыбыҙ.
…Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, тәүәккәллегенә лә хайран ҡалырлыҡ.