Стәрлетамаҡтарҙы кем дауалай?
Йәш кадрҙар мәсьәләһен ҡуҙғатһаҡ, Стәрлетамаҡта табиптарға, бигерәк тә тар белгестәргә ҡытлыҡ барлығы һиҙелә. Ни ҡылаһың, глобалләшеү үҙен белгертеп тора: йәштәр ауылдан – бәләкәй ҡалаларға, бәләкәй ҡалаларҙан мегаполистарға ашҡына. Аҡса, мауыҡтырғыс тормош…
Шул уҡ ваҡытта, бәхеткә күрә, урындағы халыҡтың һаулығын ҡайғыртып эшләгән егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар. Улар ҙа ҙур аҡса, имен тормош хаҡында уйланмай ҡалмайҙыр, әммә был йәштәр өсөн үҙ мөмкинлектәре һәм етешһеҙлектәре булған урындағы йәшәйеш өҫтөнөрәк, улар тыуған ҡала һәм районында йәм табып йәшәй. Ошо үҙ ереңә ерегеүҙең серенә төшөнөп ҡарайыҡ әле.
Ҡалалағы 2-се дауахананың участка терапевы Артур Айҙаровтың Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлап, ошо өлкәлә эшләй башлауына өс йыл ғына булып килә. Уның ҡарауы, егетте пациенттары яратып та өлгөргән. Табипҡа көнөнә – 25, киҙеү ваҡытында унан да күберәк кеше ҡабул итергә тура килә, әммә барыһына ла иғтибары етә. Кемдер һыуыҡ тейҙереп, кемдер ҡан баҫымына зарланып ишек шаҡый. Инфаркт хәлендә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә осрай. Ундайҙарҙы, әлбиттә, оҙаҡҡа һуҙмай дауаханаға һалыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Нисек кенә булмаһын, ниндәй пациенттар ғына тура килмәһен, йәш терапевт эшен яратып, күңел биреп башҡара. Дарыу менән уколға ғына түгел, йылы һүҙгә, йылы мөнәсәбәткә лә мохтаж бит әле кеше – Артур Айҙаров ошо “Гиппократ анты” хаҡында ла онотмай.
– Һөнәрем оҡшай, уңайлы шарттар бар, иң мөһиме – пациенттар ҡәнәғәт. Шулай булғас, ниңә эшләмәҫкә, – тип ябай ғына итеп сисә серҙе Артур Риф улы. – Мәскәү, бәлки, ылыҡтырғыстыр ҙа, әммә кеше һәр ерҙә лә медицина ярҙамына мохтаж: стәрлетамаҡтарҙы ла кемдер дауаларға тейеш, был эште башҡарыу – бурысым, тип һанайым, – тип тә өҫтәне әңгәмәсем.
Шулай… Эшеңде яратһаң, хеҙмәтеңдән ҡәнәғәт булһаң һәм булһалар – бар ерҙә лә тормош йәмле ул.
Йәш табиптың киләсәге ҙур, әммә шул үҫеш юлында туплайһы тәжрибә лә етерлек әле. Был йәһәттән өлгө булырҙай, кәңәш бирерҙәй коллегаларыңдың һәм тормош остаздарыңдың барлығын тойоу зарур. Медицина өлкәһенә инде сирек быуат ғүмерен арнаған шәфҡәт туташы Земфира Ишмөхәмәтова терапевҡа ярҙамсы ла, кәрәк икән – кәңәшсе лә. Иң мөһиме – ошо бәйләнеш юғалмаһын.
…Һәр миҙгелдең үҙ сире тигәндәй, һыуыҡ тейеү менән бер пациент ишек шаҡый: “Артур Риф улы, мөмкинме?” Табип мәғәнәле генә итеп хәбәрселәргә ҡарап ала. Аңлайбыҙ, хушлашырға ваҡыт һәм йәш терапевҡа уңыштар теләп ишек ябабыҙ. Ана бит, күпме стәрлетамаҡтарҙы дауалайһы бар әле уға. Ҡамасауламайыҡ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек…