Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна.
Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның Нәғимә өләсәһе сәбәпсе. Егет Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында ғүмер иткән ғәзиз кешеһенә ҡунаҡҡа йыш килеп йөрөгән. Шул ваҡытта Эльза исемле һылыуҡайға күҙе төшкән. Күп тә үтмәгән, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләгән.
– Ғаиләм – ҡәлғәм, ярты ҡараштан минең нимә әйтеремде гел һиҙеп торған кәләшем шалҡандай ике малай һәм сәскәләй бер ҡыҙ бүләк итте, – тип шатланып һөйләй Яңы Уренгой ҡалаһында вахта ысулы менән эшләгән Шамил Наил улы. – Минеңсә, үҙеңдең тыуған төйәгеңдәме йәки һөйгәнеңдең ауылындамы нигеҙ ҡороуҙа айырма юҡ, иң мөһиме – бер-береңде яҡшы аңлау. Шул саҡта ғына донъяңдың бөтөнлөгөн, күңелеңдең тыныслығын тойорһоң.
Шамил Заһретдинов – тыумышы менән Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан. Ғәҙәттә, бындай осраҡта әңгәмә барышында һүҙ ике төбәк араһындағы айырмалыҡ һәм оҡшашлыҡҡа барып тоташа. Мәҫәлән, Ҡыйғыла “ҡый” ялғауын ҡушып һөйләшһәләр, Тәтешлелә фекереңде “иш” тип нығытып ҡуялар. Шамил тәүҙәрәк урындағы үҙенсәлекле һөйләште аңламаған, һуңынан инде өйрәнгән. “Үҙем үлсәнем иш, Үрге Ҡыйғы – Үрге Тәтешле араһы 285 саҡрым. Минең кеүек бәхетен ситтә тапҡандар күпме иш?” – тип беҙҙе көлдөрөп тә алды. Һәр ҡайҙа ла кешеләр тырыш, алсаҡ тигән фекерҙә ул.
– Ҡыйғыла йылғаларҙың күплеге оҡшай, – тип әңгәмәгә ҡушыла йәш әсәй Эльза. – Унда килеп төшкәс ағас та, таш та өҫкә ауып торған кеүек тойолдо. Их, шул байлыҡтар беҙҙә булһа, күптән әллә нимәләр төҙөп ултыртҡан булыр инек...
Эльза Камил ҡыҙының ошо һүҙҙәре үҙҙәре һалып ингән йортҡа ишара яһау ине. Заһретдиновтар заманса өй ҙә төҙөгән, ундағы ремонт эштәрен дә тулыһынса үҙҙәре башҡарған. Ошо көндәрҙә “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына йөрөгән Камилла өсөн айырым бүлмә йүнәткәндәр. III класта уҡыған Эльмир, унан ике йәшкә өлкән Илдар ҙа үҙҙәренең биләмәләрен күрһәтеп маһайып алды.
Йәш ғаилә район ғына түгел, республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләр араһында ойошторолған Сәскә байрамында I урынды яулағандар. Заһретдиновтар дәүләттең ярҙамын тойоп йәшәй. Икенсе бала тыуғандан һуң “Әсәлек капиталы” сертификаты алып һөйөнгәндәр, ә өсөнсө сабыйҙары өсөн ер участкаһы биргәндәр, әле унда ҡыҙыу төҙөлөш дауам итә. Йәш ғаилә булараҡ, 100 мең һумдан ашыу кредит алғандар.
Заһретдиновтар Бәрмеш йылғаһы буйында ғүмер кисерә. Мул һыулы, балыҡтарға бай, ҡоштар оя ҡора унда. Шуның шикелле, Эльза менән Шамил да матур донъя көтә. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡар ныҡлап ятыу менән ҡаҙ өмәһе үткәрергә уйлайҙар. Бынан тыш, баҡсалары бар, өҫтәлдәре һый-ниғмәттән һығылып тора, барыһын да үҙҙәре үҫтергән. Шундай өлгөлө ғаиләләр өлгөһөнә бүтәндәр ҙә эйәрә лә инде.